Әле республикала Бөйөк Ватан һуғышында дошмандар менән алышып, тыуған яҡҡа еңеү менән ҡайтыусы меңгә яҡын ветеран йәшәй. Уларға мәктәп уҡыусылары ла иғтибар бүлергә, йорт эштәрендә ярҙамлашырға тырыша. Баҡалы районында йәшәүсе 97 йәшлек ветеранға ирекмәндәр менән берлектә беҙҙең хәбәрселәр ҙә барып ҡайтты. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Павел Вербин өйөнә килгән һәр бер ирекмәнде ихлас күңел менән ҡаршы ала. 97 йәшкә аяҡ баҫыуына ҡарамаҫтан, Павел Федор улы үҙен йәштәрҙәй тоя. Ирекмәндәр минең ғаиләмә әйләнде, тип шаярта ул. Ветеран йәштәргә һуғыш михнәттәре менән бүлешә. Әлбиттә, һәр бер хәтер күҙ йәштәрһеҙ үтмәй. Павел Вербин 1942 йылда фронтҡа үҙ теләге менән китә. Ул Сталинград, Будапешт, Вена ҡалаларын азат итеүҙә ҡатнаша. Бөйөк Еңеү көнөн Шехервар (город австрийский) ҡалаһында ҡаршылай. Шатлыҡлы ваҡиғаны ветеран айырыуса иҫләй.
Һуғыштан иҫән-һау әйләнеп ҡайтҡас, Павел Вербин урындағы колхозда тир түгә. Һөйгән йәрен осратып, өйләнә, бөтәһе алты балаға ғүмер бүләк итә. Балалары ла һәр ваҡыт атаһы янында. Ирекмәндәрҙең ветеранға килеп йөрөүен улар шатланып ҡабул итә. Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына 9 майҙа ғына түгел, ә һәр ваҡыт рәхмәт һүҙҙәрен еткереп, ярҙамға ашығырға тейешбеҙ, ти ирекмәндәр. Бигерәк тә мәктәп уҡыусыларының үҙ теләктәре менән изге эшкә ҡушылыуы ҡыуандыра. Ә Павел Вербин иһә киләсәктә 100 йәшен дә ҡаршылырға ниәтләй. Йәштәргә лә һәр ваҡыт тырышып йәшәргә кәңәш итә ул.
Баҡалы районында Бөйөк Ватан һуғышыда ҡатнашҡан 10 ветеран йәшәй. Уларҙың һәр береһенә урындағы ирекмәндәр иғтибар бүлергә тырыша.