12 йәштә спорт мастерына кандидат!

Тулыраҡ: 12 йәштә спорт мастерына кандидат!

Ошо көндәрҙә Мәскәүҙә үткән ярыштарҙа Өфө егете Әзиз Әхмәров үҙенән ике йәшкә өлкән спортсылар араһында йөҙөү буйынса алтын миҙал һәм спорт мастерына кандидат исемен алып ҡайтты. Бындай йәштә дәрәжәле исем Рәсәй тарихында беренсегә тапшырыла. Йәш егет күптән үҙен өмөтлө спортсы тип танытҡан. Әзиз тиҫтерҙәре араһында йөҙөү буйынса Рәсәй рекорды ҡуйған берҙән-бер спорты. Яҡташыбыҙҙың төп маҡсаты  — Олимпия чемпионы исемен алыу. Тренер биргән командалар теүәл һәм ваҡытында үтәлергә тейеш. Ябай әҙерлек күнекмәләренән һуң тиҙлеккә һәм көскә тәғәйендәре айырым. 12 йәшлек Әзиз Әхмәров һыуҙа аҙнаһына алты тапҡыр шөғөлләнә. Һәр күнекмә ике сәғәт дауам итә. Ошо ваҡыт эсендә ул 5 саҡырым самаһы арауыҡты йөҙөп үтә. Әзиз йөҙөү менән алты йәшенән үк шөғөлләнә. Ҡыҫҡа ваҡыт эсендә республикала ғына түгел, Рәсәй һәм халыҡ-ара кимәлдә юғары ҡаҙаныштарға өлгәшеп өлгөрә. Һәр ярыш тәжрибә тупларға, оҫталыҡты арттырырға ярҙам итә, ти Әзиз. Йөҙөү – күптән спортсының йәшәү рәүешенә әүерелгән. Был спорт төрөндә уның үҙ кумиры ла бар.

Брасс, кроль, арҡала йөҙөү, баттерфляй.... Йәш спортсы үҙен һыуҙа йөҙгән балыҡ кеүек хис итә. Егет йөҙөү төрҙәренең бөтә техникаларын үҙләштергән. Иң яратҡаны арҡала йөҙөү. Был техникала уға тиңдәр юҡ. Хатта билдәле спортсылар ҙа егеттең һәләтен күреп, уға ҙур өмөттәр бағлап өндәшә. Үткән йылда Әзиз арҡала йөҙөүсе иң шәп спортсы исемен яулаһа, быйыл иһә, Mad Wave Challenge халыҡ-ара турнирында бөтә Рәсәй буйынса 100 метрлыҡ арауыҡта рекорд ҡуйған. Егет дистанцияны арҡала 1,01 минут эсендә йөҙөп үткән. Көндәлек күнекмәләр, етди ярыштар. Әзиз менән уның тренеры биш йыл бергә. Йылына 6-8 тапҡыр ярыштарға сығырға тура килә. Был бик күп көс, таһыллыҡ һәм әлбиттә, финанстар талап итә. Һәр ярышта ҡатнашыу кәм тигәндә 50-60 меңгә төшә. Әммә унһыҙ булмай. Спортсыны мәртәбәле ярыштар үҫтерә. Тырышлыҡ юҡҡа түгел икәнен аңлайбыҙ, ти спортсының атаһы.

Үҙе егет маҡтанырға яратмай. Шулай ҙа, һәр миҙалы һәм грамотаһы ҡәҙерле икәнен йәшермәй. Киләсәктә Олимпия чемпионы булыу — был егеттең хыялы түгел, ә ғүмеренең төп маҡсаты. Дәрәжәле исемгә Әзиз етди аҙымдар менән атлай. Ошо көндәрҙә Салауат ҡалаһында йөҙөү буйынса «Шаян дельфин» республика беренселегенән ул бер түгел, ете алтын миҙал менән ҡайтты һәм ярыш һөҙөмтәләре буйынса, ил кимәлендәге чемпионатта ҡатнашыусылар исемлегенә инде. Тимәк, йәш егеттең иң ҙур еңеүҙәре алда әле.