Өфөлә балалар араһында гүзәллек конкурсы үтте

Тулыраҡ: Өфөлә балалар араһында гүзәллек конкурсы үтте

Өфө ҡалаһының балалар ижады үҙәктәренең береһендә ҡыҙҙар араһында гүзәллек конкурсы ойошторолдо. Сарала биш йәштән алып ун йәшкәсә балалар ҡатнашты. Бәләкәй генә майҙансыҡ бер көнгә ысын сәхнәгә әйләнде, ә ижад үҙәгендә шөғөлләнеүсе ҡыҙҙар ысын мәғәнәһендә үҙҙәрен иң һылыуы һәм отҡоро итеп хис итте. Сәхнә арты бәләкәстәрҙең зыҡ ҡубыуынан ҡырмыҫҡа иләүен хәтерләтте. Өсөнсө класс уҡыусыһы Сабина Хөсәйенова конкурсҡа уҡытыусыһы менән бергә үҙенсәлекле юбка теккән.

Конкурста береһенән береһе зирәгерәк, тапҡырыраҡ ун ҡыҙ көс һынашты. Яңы ғына ете йәшен тултырған Зөлхизә Ишкинина ҡатнашыусылар араһында иң кесеһе. Ҡатнашыусыларҙың һәр ҡайһыһы тап ошо конкурс өсөн махсус костюмдар тектергән. Бәләкәй генә ҡыҙҙар аш-һыу әҙерләүҙә лә үҙ оҫталыҡтарын күрһәтә.

Бәйге шарттары буйынса ҡыҙҙар үҙҙәре менән таныштырҙы, “оҫта ҡулдар” бәйгеһендә көс һынашты, ижади яҡтан һәләттәрен күрһәтте. Уңғанлыҡта, йыр-бейеүгә оҫталыҡта, матурлыҡта үҙҙәрен һынап ҡарарға сәхнәгә сыҡҡан һәр 10 ҡыҙ араһынан иң-иңдәрен һайлап алыу жюри ағзаларына еңелдән булманы. Балалар араһында уҙғарылған сарала иң яҡшыһы тип Сабина Рәхмәтуллина табылды. Еңеүемә һис шикһеҙ ышандым, ти ҡыҙ.

Балалар араһында конкурс ижад үҙәгендә икенсе тапҡыр уҙғарыла. Конкурстың маҡсаты – талантлы балаларҙы асыҡлау, уларҙа сәхнә оҫталығын үҫтереү. Бындай саралар бәләкәйҙән үк уларҙы халыҡ араһында үҙҙәрен тоторға, оялмаҫҡа өйрәтә, ти белгестәр. Бөтә ҡатнашыусыларға ла иҫтәлекле бүләктәр һәм дипломдар тапшырылды. Киләсәктә гүзәллек конкурсын район, республика кимәлендә үткәрергә ниәтләй ойоштороусылар.