Өс мең яңы закон, төбәктең тотороҡло ҡануниәтенә нигеҙ һалған власть органы

Тулыраҡ: Өс мең яңы закон, төбәктең тотороҡло ҡануниәтенә нигеҙ һалған власть органы

Башҡортостандың Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай сирек быуатлыҡ юбилейын билдәләне. Тантана парламент ветерандары һәм депутаттарҙы бүләкләүҙән башланды. Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай Рәсәй төбәк парламенттары араһында иң ҙуры. Ул 110 депутатты берләштерә. Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев “Республиканың ил күләмендә танылыуына Дәүләт Йыйылышы лайыҡлы өлөшөн индерә”, — тип белдерҙе.

Быны Башҡортостан парламентын һүрәтләгән почта тауарҙары ла дәлилләйәсәк. 25 йыллыҡ юбилей конверттарына тарихи имзаны республика башлығы Радий Хәбиров һәм Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе Константин Толкачев ҡуйҙы. Махсус заказ буйынса сикле данала сығарылған продукция артабан һатыуға сығарыла.

25 йыл элек ил һәм республдика өсөн көсөргәнешле мәлдә дәүләт Йыйылышы- Ҡоролтай, Президент һәм Хөкүмәт менән бергә, төбәк ҡоролошон нығытыуға йүнәлтелгән иң яуаплы эште үҙ иңенә алды. Депутаттар бөгөн дә илдә милли проекттарҙы бойомға ашырыу маҡсатында көнүҙәк закон проекттарын ҡабул итеп һөҙөмтәле эш алып бара.