Башҡортостан парламенты яҙғы сессиялағы сираттағы ултырышын уҙғарҙы. Башҡортостан парламенты депутаттарының яҙғы сессиялағы был ултырышын тарихи ваҡиға тип билдәләргә мөмкин. Дәүләт Йыйылышы-Ҡоролтай ағзалары “Йәмәғәт власы” тураһындағы федераль ҡанунға үҙгәрештәр индереүҙе хупланы.
Федераль ҡанундың тулы атамаһы “Йәмәғәт власы функцияларын ойоштороуҙо камиллаштырыу”. Рәсәйҙең яңыртылған был законы маҡсаты ла билдәле. Ул башҡарма, муниципаль власть функцияларын үҙгәртеп, халыҡ һәм етәкселек араһындағы мөнәсәбәттәрҙе яйға һалыу. Кесаҙна кәңәшмәһендә ҡаралған 6 документтың тағы ла береһе тураһында айырым әйтергә кәрәк.
Хәҙер Башҡортостан парламенты депутаттары Федераль Йыйылыштың Түбәнге палатаһына мөрәжәғәт менән сығыш яһай. Республиканың закондар сығарыу буйынса төп органы “Пестицид һәм агрохимикаттар менән хәүефһеҙ ҡулланыу” тураһындағы проект әҙерләп тапшыра. Уның сәбәбе — сифатһыҙ ҡатнашмалар арҡаһында былтыр Башҡортостан ғына түгел, ә Рәсәйҙең 25 субьектында бал ҡорттары ҡырылыуында.
Республика депутаттары Башҡортостан граждандарының сәләмәтлеген һаҡлау законына өҫтәләмә индереү яҡлы. Быға тиклем мотлаҡ медицина страховкаһына индерелмәгән һәм юғары технологиялы медицина ярҙамын күрһәтеү ҙә республика ҡаҙнаһы иҫәбенә башҡарыласаҡ.