Өфөнөң Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында ике пациентҡа яңы бөйөр күсереп ултыртыу буйынса операция үтте. Әле Башҡортостанда йөҙ ҙә етмешкә яҡын кеше бөйөр трансплантологияһына мохтаж. Святослав Ирниченко сысҡан биҙгәген йоҡтороп, хроник бөйөр сире менән яфалана.
Һөҙөмтәлә организмды токсиндарҙан таҙартыу өсөн пациент көн аша гемодиализ процедураһына йөрөргә мәжбүр. Ул бөйөр күсереп ултыртыу операцияһына сиратҡа баҫа. Ошо көндәрҙә, ниһайәт, пациентҡа ярашлы донор табыла. Был пациент трансплантологияға әҙерләнә торғансы, хирургтар икенсе кешегә бөйөр күсереп ултыртыу буйынса операция эшләй.
Донор табылғас та, ағзаны оҙаҡ һаҡларға ярамай, ти табиптар. Өфөнөң Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында 2020-се йылдың башында ғына бөтәһе 12 пациентҡа яңы бөйөр күсерелеп ултыртылған. Әле республикала 165 бөйөр һәм 65 пациент бауыр трансплантологияһына мохтаж. Бөйөрҙө күсереп ултыртыу ваҡыты өс сәғәттән алты сәғәткәсә дауам итә.
Операциянан һуң пациентты реанимацияға алып китәләр. Ул махсус тикшереү үтә. Реанимациянан һуң пациент тағы ике аҙна дауаханала ята. Өҫтәүенә, ул йыл дауамында кәрәкле анализдар тапшырып, һаулығын тикшертергә тейеш. Табиптар билдәләүенсә, ниндәй ҙә булһа ағзаны күсереп ултыртыу буйынса яһалған операция 98 процентҡа уңышлы үтә.
Ҡыуатов исемендәге республика клиник дауаханаһында былтыр ҡырҡ бөйөр, дүрт бауыр һәм ете йөрәк күсерелгән. Трансплантологияның мөмкинлектәре ҙур, ти табиптар. Быйыл иһә 67 кешегә бөйөр күсереп ултыртыу бурысы ҡуйылған.