Ауыл ипотекаһы

Тулыраҡ: Ауыл ипотекаһы

Башҡортостанда ауыл ипотекаһын биреү башланды. Уны беренсе булып Өфө ҡыҙы Татьяна Карнилова алды. Дәүләт яҡлауы программаһы ғинуарҙа эшләй башлағайны. Уға ярашлы, һәр теләгән кеше 3 процентлы ставка менән ташламалы ипотека алыу мөмкинлегенә эйә. Был программаның үҙенсәлеге нимәлә һәм уның менән кемдәр ҡуллана ала?

Татьяна Карнилова дәүләт яҡлауы программаһына эләгеүенә шатлығын йәшермәй. Ул күптән районға, ата-әсәһе янына яҡыныраҡ күсергә хыялланған, төҙөлгән йортта фатир ҙа ҡарап ҡуйған. Эште бары тик юғары процентлы ставка ғына туҡтатҡан. Ауыл ипотекаһы тураһында ишетеү менән банкка мөрәжәғәт иткән. Ауыл ипотекаһы программаһы ғинуарҙа эшләй башлағайны.

Уның төп маҡсаты күберәк кешене ауыл еренә йәлеп итеү һәм ауыл биләмәләрендә йәшәгән халыҡтың торлаҡ шарттарын яҡшыртыу. Программа теләгән кешегә 3 процент менән ташламалы ипотека алыу мөмкинлеген бирә. Ҡалған процент ставкаһын дәүләт үҙ өҫтөнә ала. Ауыл ерендә төпләнеп урындағы хужалыҡта эшләүселәр, йә фермерлыҡ менән шөғөлләнеүселәргә айырым шарттар ҡаралған.

Анастасия Лозунова яңы иркен йорт тураһында күптән хыяллана. Әлеге ваҡытта ул күңеленә ятырҙайын ҡараштыра. Күп балалы әсәй йортто ауыл ипотекаһы программаһы буйынса алырға ниәтләй. Махсус ипотеканы ауыл ерендә әҙер, йә төҙөлөп бөтмәгән йорт, йорт һалыу өсөн ер бүлеме, төҙөлә башлаған йортта фатир алыу өсөн тотонорға мөмкин.

Программала 16 банк ҡатнашасаҡ. Әлегә бер банк ҡына ғаризалар ҡабул итә. Талаптар ҡәҙимге ипотека менән оҡшаш. Дәүләт яҡлауы программаһы халыҡ араһында оло ҡыҙыҡһыныу уятты. Әлеге көнгә ауыл ипотекаһын юлларға теләүселәр һаны меңгә яҡын. Ауыл хужалығы министры белдереүенсә төп баҫым ауыл ерендә төпләнергә теләүселәргә яһаласаҡ.

Ипотека алыуға ғаризалар ентекле тикшереү үтә. Банк рөхсәтенән һуң документтар ауыл хужалығы министрлығына тапшырыла. Ташламалы кредитты алырға теләүселәр күп булыуға ҡарамаҫтан, документтар ваҡытында ҡараласаҡ, тип вәғәҙәләй банк хеҙмәткәрҙәре. Рәсәй граждандарына ауыл ипотекаһы бер тапҡыр ғына бирелә.

Кредиттың максималь суммаһы — 3 миллион һум. Уны 25 йылға тиклем алырға мөмкин. Тәүге иғәнә 10 проценттан кәм булмаҫҡа тейеш.