100 йәшлек юбиляр

Тулыраҡ: 100 йәшлек юбиляр

Башҡаланың Дим биҫтәһендә йәшәүсе Сәйҙә Ҡорбанғәлиева үҙенең 100 йәшен билдәләне. Юбилярҙы балалары, ейән-ейәнсәрҙәре, бүләләре, туғандары, Дим районы хакимиәт башлығы ҡотланы. Сәйҙә Ҡорбанғәлиева 96 йәшкә тиклем үҙ аллы Салауат ҡалаһында йәшәгән, хәҙер иһә 4 йыл ейәнсәре янында. 100 йәшен ул иң яҡын кешеләре менән ҡаршылай.

Сәйҙә Ҡорбанғәлиева 4 бала тәрбиәләп үҫтергән, 9 ейән-ейәнсәргә, 6 бүлә-бүләсәргә бәхетле өләсәй. Сәйҙә Сафый ҡыҙы 1920 йылда Күгәрсен районы Теләүембәт ауылында тыуған. Ленин орденына лайыҡ билдәле уҡытыусы ғаиләһендә үҫкән ҡыҙ атаһының юлын һайлай. Тәүҙә район мәктәбендә эшләй.

Бөйөк Ватан һуғышынан һуң һөнәрен үҙгәртергә тура килә уға, Ишембай ҡасаба советында сәркәтип, артабан 18-се һанлы эске эштәр министрлығында кассир-инкассатор була. Оҙаҡ ҡына ҡаты итеп сирләгәндән һуң Салауат ҡалаһында көнкүреш хеҙмәтләндереү фабрикаһында хеҙмәт юлын дауам итә. Яҙмышы еңел түгел уның. Сәйҙә Ҡорбанғәлиева йәштәй генә тол ҡалып, балаларын яңғыҙы үҫтерә.

Һуғышта хәбәрһеҙ юғалған тормош иптәшенең фронттан килгән хаттарын ғүмер буйы күҙ ҡараһылай ҡәҙерләп һаҡлай. Ғаилә ҡомартҡылары араһында –боронғо фотолар, хаттар һәм ҡулдан яҙылған автобиография. Беҙҙең оләсәй уҡымышлы кеше һәм әле лә һәр быуынға өлгө, тип Сәйҙә Сафый ҡыҙы хаҡында ғорурланып һөйләй яҡындары.

1 быуат ғүмерендә нимә генә күрмәй Сәйҙә Сафый ҡыҙы. Ә бына үҙе хаҡында һөйләргә яратмай. Уның хәтирәләргә бай тормошон тик яҡын кешеләре генә белә.