Коронавирус арҡаһында гастролдәре күсерелһә лә, коллектив репетицияларын туҡтатмай. Әҙерләгән концертты Өфө һәм Стәрлетамаҡ тамашасылары күрҙе. Берлинда оркестр менән Самуэль Галь Альтерович дирижерлыҡ итәсәк. Израиль дирижеры Өфө тамашасыһы алдына сығыр алдынан оркестр музыканттары менән дүрт көн генә репетиция эшләп өлгөргән.
Милли симфоник оркестр менән тағы ла бер күренекле музыкант сығыш яһаны. Ул Арсений Чубачин. Гастролгә лә ул оркестр менән бергә сыға. Виолончелист өсөн Германия сәхнәләре күптән таныш. Ә Чайковский – уның яратҡан композиторы. Гастроль программаһына Петр Чайковскийҙың 5-се ми минор симфонияһы һәм композиторҙың дуҫы, Чехия классигы Антонин Дворжактың виолончельдың оркестр менән концерты өсөн яҙылған әҫәре ингән.
Музыканттарҙы 2400 тамашасы өсөн тәғәйен зал көтә. Башҡортостандың милли симфоник оркестры оҫталығын Берлин филармонияһында баһалаясаҡтар.
Тағы ла бер кистә Артур Нәзиуллин солистар квартеты менән Рәсәйҙең мәҙәниәт һәм сәнғәт йортонда сығыш яһарға әҙерләнә. Музыканттар, шулай уҡ, Бөйөк Ватан һуғышында һәләк булған һалдаттарҙың ҡәберенә сәскә һалырға ниәтләй.