Михаил Нестеров исемендәге Башҡорт дәүләт художество музейында Башҡортостандың атҡаҙанған рәссамы Йәлил Сөләймәновтың “Атайсал” исемле күргәҙмәһе үтте. Экспозицияла авторҙың утыҙға яҡын эше ҡуйылғайны.
Исеменән үк аңлашылыуынса, рәссам Башҡортостандың тәбиғәтен, ата- бабаларҙың көнкүрешен, мәҙәниәтен һынландырырға тырышҡан. Күргәҙмәгә рәссамдың замандаштары, студенттар һәм сәнғәт һөйөүселәр килде. Автор һүҙҙәренсә, “Атайсал” исеме тәрән мәғәнә йөрөтә.