Етмәһә, Ладыгин урамында машиналарға ағас ауҙы. Тәбиҙәт көйһөҙлөгө ҡасанға тиклем дауам итер? Төнгө 12-се яртыла бер-бер артлы эшләй башлаған сигнализация тауышынан Октябрь проспектының 150/2 йортонд йәшәүселәр тертләп уянһа, ошо 4 автомобиль хужалары өсөн был төн бөтөнләй йоҡоһоҙ үтә.Автомобилдәрен кисәтн Ладыгин урамы яғынан туҡталҡаға ҡуйыусылар кейенер-кейенмәҫтән урамға йүгереп сыға.Көтөлмәгән хәлдән юғалып ҡалған водителдәр торлаҡ-файҙаланыу хужалығына мөрәжәғәт итә. Тәү сиратта хужалыҡ хеҙмәткәрҙәре юлды ботаҡтарҙан таҙарта. Ә автомобилдәр өҫтөндәге ҙур ағас олонон тик кран менән генә күтәреү мөмкин, тип хәбәр итә зыян күреүселәргә. Ҡотҡарыу хеҙмәтендә бындай хәлдәрҙең Өфөлә ғәҙәти күренеш булыуын белдерә.Зыян күреүселәр торлаҡ-коммуналь хеҙмәткәрҙәренең ваҡытында ағас ботаҡтарын бысмауы һәм һауа торошо ағастың ауыуына килтергәндер, тип һанай һәм кемдән ярҙам һорарға ла белмәй. Әлеге ваҡытта тикшереү эштәре бара.
Бөгөн төндә яуған ҡар Өфөлә автомобиль хәрәкәтен ҡатмарлаштырҙы
Тулыраҡ: Бөгөн төндә яуған ҡар Өфөлә автомобиль хәрәкәтен ҡатмарлаштырҙы