Улының бурыстары өсөн әсәһе түләргә тейешме?

Тулыраҡ: Улының бурыстары өсөн әсәһе түләргә тейешме?

Ҡырмыҫҡалы районы Шайморат ауылында йәшәүсе Әлмира Нурмөхәмәтованың кесе улының банкка булған бурысы өсөн коллекторҙар һыйырын алып киткәйне. Ҡырмыҫҡалыла был эш буйынса суд башланды. Беренсе ултырышта яҡтарҙың дәғүәләре һәм шаһиттар тыңланылды. Был эш барлыҡ республика халҡын таң ҡалдырҙы. Сөнки, Әлмира Нурмөхәмәтованың берҙән-бер һыйырын тартып алып китәләр. Коллектор әлегә үҙенең ғәйебен танымай. Беренсе ултырышта шуныһы ла асыҡланды. Коллектор бынан алда мутлашыуҙа ғәйепләнеп шартлы рәүештә хөкөм ителгән булған. Әлегә ғәйепләнеүсе иреккә ебәрелде. Суд ҡайһы бер шаһиттарҙың килмәүен иҫәпкә алып, сираттағы ултырышты 6-сы ноябргә тәғәйенләне.