Ауылдың башҡа урамдарында асфальт түшәлгән, ни өсөн беҙҙең урамға хатта ҡырсынташ та түшәмәйҙәр тип үҙҙәренең ризаһыҙлыҡтарын белдерә бында йәшәүселәр. Волково ауылының „Солнечный„ биҫтәһендә йәшәүселәрҙе инде тиҫтәләгән йылдар бер мәсьәлә борсой. Урамдағы йорттар алдында барлыҡҡа килгән ҙур һаҙлыҡты нисек ҡороторға? Кемгә мөрәжәғәт итергә? Район, ауыл хакимиәтендә эш буш вәғҙәләрҙән ары китмәй. Лилиә Ишмаева. икенсе класта уҡыған улын көн һайын һаҙлыҡ аша күтәреп сығарырға мәжбүр. Урамда башлыса йәш ғаиләләр һәм оло йәштәгеләр төпләнгән. Мария Степанова өсөнсө төркөм инвалиды. Ҡултыҡ таяғы менән яҡындағы магазинға икмәк-һөт алырға барыу һынауға әйләнә, ти ул. „Ашығыс ярҙам„ машинаһы ла был батҡаҡты йырып керә алмай. Сүп-сар һала торған контейнерҙы үтеп булмай, тип алып киткәндәр. Үҙҙәре менән мотлаҡ рәүештә алмаш аяҡ кейеме йөрөтөү бындағы халыҡтың ғәҙәтенә ингән. Ауыл биләмәһе башлығы халыҡҡа сабырлыҡ тупларға кәңәш итә. Быйыл бюджет ҡыҫҡарҙы, шуға күрә бәләкәй генә ергә лә асфальт түшәргә мөмкинлек юҡ, ти Михаил Вениамин улы. Бер-ике аҙна элек һаҙлыҡлы урынға балсыҡ түккәндәр, тик был урын хәҙер элеккегә ҡарағанда ла насарыраҡ. Батҡаҡ эсендә аяҡ кейемеңде ҡалдырып китеү хәүефе бар.Йорт алдындағы һаҙлыҡ 67-се йылдан бирле. Шул ваҡыттан алып халыҡ батҡаҡ кисеп йәшәргә мәжбүр. Урамда барлыҡҡа килгән һаҙлыҡты аша сығырға тик резина итектәр генә ярҙам итә. Ошолайтып ямғыр ҙа яуып торһа, был юлдан бөтөнләй үтерлек түгел.
Өфө районы Волково ауылында йәшәүселәрҙе һаҙлыҡ борсой
Тулыраҡ: Өфө районы Волково ауылында йәшәүселәрҙе һаҙлыҡ борсой