Коронавирус сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдарҙың оҙайтылыуы ихтимал

Тулыраҡ: Коронавирус сәбәпле мәктәптәрҙә каникулдарҙың оҙайтылыуы ихтимал

Юғары белем биреү йорттары дистацион уҡыуға күсә. Радий Хәбиров Башҡортостанда коронавирустың таралыу хәүефен сикләүгә йүнәлтелгән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Республика хөкүмәтендә үткән сираттағы оператив кәңәшмә ошо хаҡта белдереүҙән башланды. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы шиге сәбәпле өс тиҫтәнән ашыу кеше дауаханаға һалынған, 300-ҙән ашыу кеше табип күҙәтеүе аҫтында ҡала.

Йоғошло сир асыҡланған осраҡтар юҡ. Әммә төбәккә уны индереү хәүефен сикләү көнүҙәк. Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһына бәйле ҡарарҙың 20 апрелгә тиклем ҡулланышта буласағын белдерә. Өфөлә инфекцион дауахана бинаһы төҙөлөшөн тиҙ арала тамамлау, 20 апрелгә тиклем меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан күмәк сараларҙы сикләү, хеҙмәткәрҙәрҙең сит ил сәфәрҙәрен кисектереү, Ҡытай, Корея, Европа илдәренән ҡайтҡан граждандарҙың үҙ белдеге менән 14 көнгә үҙен башҡалар менән аралашыуҙан айырыуы һәм башҡа саралар мотлаҡ.

Коронавирус таралыуын иҫкәртеүсе оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй. Йоғошло сирҙән дезинфекция саралары менән бер рәттән республикала көнэлгәре иғлан ителгән таҙалыҡ көндәре ошо аҙнала башлана. Был йәһәттән Радий Хәбиров торлаҡ-коммуналь хужалыҡтар ғына түгел, ойошма-предприятие хеҙмәткәрҙәрен дә әүҙемлек күрһәтергә өндәне.

Юлдарҙы төҙөкләндереүгә иһә рәсми башланғыс һалынған. Республика башлығы хакимиәтенең социаль коммуникациялар бүлеге етәксеһе Елена Прочаковская тәүҙә юл ремонтлаусылар хеҙмәтенә ыңғай баһа биргән кешеләрҙең мөрәжәғәтен килтерә. Соҡорҙарҙы ямау эштәре 15 июнгә тиклем дауам итәсәк. Өфөләге Пугачев, Дағстан урамдары айырым иҫәптә.

Уларҙа соҡорҙарҙы бөтөрөү генә түгел, яңы япма һалыу талап ителә.

Яратҡан шөғөлдө – килемле эшмәкәрлеккә әйләндереү. Башҡортостанда кесе һәм урта эшҡыуарлыҡҡа булышлыҡ итеү маҡсатына быйыл 1 миллиард 400 миллион һум йүнәлтеләсәк. Былтырғы менән сағыштырғанда был 200 миллионға күберәк.

Башҡортостандың эшҡыуарлыҡ буйынса дәүләт комитеты рәйесе Римма Бойцова билдәләүенсә, эшҡыуарҙар араһында иң ҙур ихтыяж файҙаланғаны финанс ярҙам. Хөкүмәт тарафынан ул дәүләт субсидиялары, льготалы кредитлау, йүнселдәргә тауарын эре күргәҙмәләргә сығарырға булышлыҡ итеү формаһында күрһәтелә.

Республика башлығы Башҡортостандың ер һәм мөлкәт мөнәсәбәттәре буйынса министрлыҡты урта һәм кесе эшҡыуарлыҡ субъекттарына ер биләмәләре һәм муниципаль милек объекттарын ҡуртымға биреү буйынса план күрһәткестәрен үтәргә саҡырҙы.

Һаулыҡ һаҡлау министры башҡала табиптарының төбәктәрҙә халыҡты ҡабул итеү эшмәкәрлеге буйынса белдереү яһаны.

Бөгөнгә 19 ҡаланың 17-һендә табиптарҙың күсмә төркөмдәре эше тамам. Улар биш меңгә яҡын пациентты ҡараған, шуларҙың меңдән ашыуы ентекле тикшереүгә йүнәлтелгән, 271-е стационарҙа дауа ала. 15 июндән Республика дауаханалары табиптары “Сәләмәт республика – сәләмәт төбәк” программаһы буйынса йәнә 6 районға маршрутҡа сығырға әҙерләнә.

Коронавирус инфекцияһы хәүефенә ҡайтҡанда иһә республикалағы хәл тураһында белешмәне һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтынан алыу хәйерле.

Рәсәй мәғариф министрлығының уҡыу йорттарында ситтән тороп шөғөлләнеү тураһындағы тәҡдиме Башҡортостанда кисектерелеп тора.

Киләһе аҙнала мәктәптәр каникулға китә. Республика башлығы фекеренсә, талап ителһә уларҙы оҙайтыу мөмкинлеге бар.