Медицина битлектәре етешмәү сәбәптәре

Тулыраҡ: Медицина битлектәре етешмәү сәбәптәре

Коронавирустан һаҡланыу саралары хаҡында Хөкүмәттәге брифингта ла һүҙ барҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры дарыуханаларҙа медицина битлектәре етешмәү сәбәптәрен атаны. Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда ошондай уҡ хәл илдең бөтә төбәтәрендә тиерлек күҙәтелә. Башҡортостанға яҡын арала ҙур партия һаҡланыу саралары ҡайтарыласаҡ тип билдәләне министр.

Мәғариф министрлығы яҙғы каникулдар ваҡытында сит илдәргә барыуҙы кисектереп торорға, балаларҙы кеше күпләп йөрөгән урындарға сығарыуҙы сикләргә кәңәш итә. Эпидимиологтар тән температураһы күтәрелгән осраҡта кисекмәҫтән табипҡа мөрәжәғәт итергә ҡуша.