Башҡортостандың ҡайһы бер райондарында бүреләр эттәрҙе һәм малдарҙы тамаҡлаған. Кешеләр хәҙер төндәрен генә түгел, ә көндөҙ ҙә урамға сығырға ҡурҡа. Иртән йоҡоһонан тороп, этен ашатырға сыҡҡан Любовь Николай ҡыҙы тәүҙә нимә булғанын аңламай. Ул төндә күп итеп ҡар яуып ишек алдын тотош ҡаплағайны, тип хәтерләй ул.
Көрәй башлағас ҡан күреп иҫе китә. Бүреләр кәртә бейеклек булып өйөлгән көр аша инеп йорт хужаһының этен тамаҡлай, бынан ике көн үткәс, көтөлмәгән төнгө ҡунаҡтар тағы ла килә. Хәҙер төндәрен түгел, көндөҙ ҙә тышҡа сығырға ҡурҡам, ти ханым. Шул уҡ төндө күрше йорттағы эттең дә башына етә бүреләр.
Эҙҙәр буйынса улар бер-нисәү була. Бынан бер-нисә сҡырым алыҫлыҡта урынлашҡан Александровка ауылындағы халыҡ, ҡурҡыштарынан йорттарынан бөтөнләй тышҡа сыҡмай тиерлек. Быға тиклем бүреләрҙе тик урмандан ғына атып ала торғайнылар, хәҙер иһә улар иркенләп урам буйлап йөрөй, ихата эсенә инә, тип аптырай халыҡ. Эттәрен дә йыртҡыс тамаҡлап ҡуймаһын өсөн төнгөлөккә ихатала ҡалдырмайҙар.
Һунарсылар әйтеүенсә, бүреләр ауылға яҡынлашһа, эттәр өрә башлай. Ә урам эсенә килеп инһә, йорт һаҡсыларының тауыш-тыны ла сыҡмай. Бүреләр көндөҙ үҙҙәренә ҡорбан эҙләй. Йәғни, урман эсенән һәм тау баштарынан йорт ихаталарын күҙәтә, ә төндә килеп иһә, тышта ҡалған йәнлектәргә һөжүм итә.
Егерҙар бер ошондай рейд барышында ғына 150 саҡырымға яҡын юл үтә... БЫндай ваҡытта бүреләрҙе табыуы бик еңелдән түгел, сөнки аҡыллы хайуандар еҫкә һәм тауышҡа бик һиҙгер, ти һунарсылар. Ауыл халҡы балалар өсөн борсола, уларҙы өйҙән сығарырға, мәктәпкә ебәрергә ҡурҡа, сөнки хәҙер туҡталышҡа тиклем барыу бик хәүефле.
Ун өс йыл эшләү дәүерндә бындай хәл менән беренсегә осрашыуым, ти Әлиф Шәйәхов. Халҡтан бүреләрҙең ауылға һөжөм итеүе хаҡында ишетеү менән, беҙ бар кәрәкле сараларҙы ла күрә башланыҡ, ти урындағы хакимиәт вәкилдәре. Район халыҡ әйтеүенсә, ҡайһы бер ауылдарҙа бүреләр — йыш ҡунаҡ. Төндәрен улар малға ғына түгел, ә тышҡа сыҡҡан кешеләргә һөжүм итеү ҡурҡынысы янай. Йыртҡыстарға һунар итеү мәсьәләһен, һунарсылар ил кимәлендә хәл итеү кәрәк, тип белдерә.