Оҫтаһына күрә ҡоралы

Тулыраҡ: Оҫтаһына күрә ҡоралы

Баҡалы районы үҙәгендә йәшәгән үҫмер үҙ ҡулдары менән трактор йыя. Тимер ат ярҙамында ғаилә яҙғы баҡса эштәрен башҡара, ҡышын урам-ихаталарҙы ҡарҙан таҙарта. Оҫта менән хәбәрсебеҙ Нәркәс Йосопова ла танышты. Көнкүрештә иң кәрәкле техника — тракторҙы йыйыр өсөн теүәл өс ай ваҡыт талап ителгән.

Бының өсөн Артур буш ултырған машиналарын ҡуллана, кәрәкле механика ҡоролмаларын һатып ала. Тракторҙы эшләүҙә ауыл халҡының да өлөшө күп, ти йәш оҫта. Тәүге тракторын Артур Овчинников һигеҙенсе класта уҡығанда йыйған. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уны иҫтәлеккә ҡалдырып булманы, шунда уҡ һатып алдылар, ти егет. Бәләкәй сағынан тимер-томор, машина менән мауыҡҡан егет үҙе трактор йыйып ҡарау теләген белдергәс тәүҙә ата-әсәһе аптырап ҡала. Трактор көҙгө миҙгелгә яраштырып йыйылған.

Яҙғыһын техника менән ғаилә ер эшкәртеп, картуф сәсһә, көҙгө уңышты йәнә тимер ат ярҙамында йыйып ала. Бындай ысул күпкә отошло. Көс тә күп түгелмәй, эш тә тиҙерәк бөтә. Ҡышҡыһын да был трактор хужалыҡта ҙур ярҙамсы. Бер нисә минут эсендә ихата алды ҡарҙан әрселде. Әйткәндәй, руль артына ултырып ҡарарға теләүселәр ҙә бихисап.

Ир-егеттәр генә түгел, шулай уҡ ҡатын-ҡыҙҙар ҙа тракторҙа йөрөй ала. Беҙ ҙә хәҙер Артур ярҙамында ошо урамда тракторҙа йөрөп ҡарайбыҙ. Ҡарарбыҙ, килеп сығамы юҡмы? Тракторҙа йөрөүе бер ҙә ауыр түгел. Тик шулай ҙа ҡатын-ҡыҙҙарға иғтибарлы булырға кәрәк. Әле йәш оҫта өсөнсө трактор йыйыу эше менән мәшғүл.

Сираттағы техника ла үҙенсәлекле буласаҡ, ти ул. Улының шөғөлөн ата-әсәһе бөтә күңеле менән хуплай. Хужалыҡта мөһим урынды алып торған техниканы йыйыу-тик яратҡан шөғөл генә. Егет әле берҙәм дәүләт имтиханына әҙерләнә. Киләсәктә ул Өфө дәүләт нефть техник университетында уҡырға ниәтләй. Шулай ҙа трактор йыйыу эшен дауам итергә тигән маҡсат ҡуйған.