Рәсәйҙең һәм Башҡортостандың халыҡ артисы Хөрмәтулла Үтәшев 60 йәшлек юбилейын билдәләне. Бенефис Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры сәхнәһендә үтте. Башҡорт театры мэтрын ҡотларға бихисап тамашасы, коллегалары һәм уҡыусылары йыйылды.
Уларҙың араһында беҙҙең ижади төркөм дә бар ине. Хөрмәтулла Үтәшев бала сағынан сәхнәгә ғашиҡ була. Сәнғәткә һөйөү уны Өфө сәнғәт институтына алып килә лә инде. 1986 йылда уҡыу йортон тамамлағас, республикабыҙҙың төп театрына эшкә килә һәм 30 йылдан ашыу театрға тоғро ҡала.
Юбилярға Башҡортостан башлығы исеменән ҡотлау телеграммаһы һәм республика театр сәнғәте үҫешенә тос өлөш индергәне, оҙайлы йылдар намыҫлы эшләгәне өсөн Мәҙәниәт министрлығының маҡтау грамотаһы тапшырылды. Кисәлә спекатклдәрҙән өҙөктәр күрһәтелде.
Шулай уҡ, эстрада коллективтары, йырсылар, Камал исемендәге Татарстан дәүләт академия театры актерҙары, коллегалары һәм тоғро тамашасылары ҡатнашты. Кисәлә бихисап йылы һүҙҙәр яңғыраны, гөлләмәләр һәм почет грамоталары тапшырылды.
Ә Башҡортостандың театр эшмәкәрҙәре берлеге Хөрмәтулла Үтәшевты Станиславскиҙың көмөш миҙалы менән бүләкләне. Бенефис аҙағынан Мәжит Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театры коллективы Хөрмәтулла Ғаззали улына иң изге теләктәрен еткереп, “Сәхнә аҡһаҡалы” тигән сертификат тапшырҙы.