Юғары белем биреү йорттары дистацион уҡыуға күсә.Республика етәксеһе Башҡортостанда коронавирустың таралыу хәүефен сикләүгә йүнәлтелгән ҡарарға ҡул ҡуйҙы. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһы шиге сәбәпле өс тиҫтәнән ашыу кеше дауаханаға һалынған, 300-ҙәнашыу кеше табип күҙәтеүе аҫтында ҡала.
Йоғошло сир асыҡланған осраҡтар юҡ. Әммә төбәккә уны индереү хәүефен сикләү көнүҙәк. Радий Хәбиров яңы коронавирус инфекцияһына бәйле ҡарарҙың 20 апрелгә тиклем ҡулланышта буласағын белдерә.
Өфөлә инфекцион дауахана бинаһы төҙөлөшөн тиҙ арала тамамлау, 20 апрелгә тиклем меңдән ашыу кеше ҡатнашҡан күмәк сараларҙы сикләү, хеҙмәткәрҙәрҙең сит ил сәфәрҙәрен кисектереү, Ҡытай, Корея, Европа илдәренән ҡайтҡан граждандарҙың 14 көнгә үҙен башҡалар менән аралашыуҙан айырыуы һәм башҡа саралар мотлаҡ. Коронавирус таралыуын иҫкәртеүсе оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләй.