Рәсми мәғлүмәттәргә ярашлы, Башҡортостанда коронавирус менән ауырыусылар юҡ. Республикала сирҙе алдан иҫкәртеү саралары теүәл үтәлә. Өфө аэропортынан алыҫ түгел обсерватор булдырылған. Ул инфекция ҡоторған илдәрҙән ҡайтҡан кешеләр өсөн тәғәйенләнә. Бындай карантин зоналары Рәсәйҙең бөтә төбәктәрендә лә ойошторолған.
Нижегородка биҫтәһенең профилакторийында урын алған обсерватор кешеләрҙе ҡабул итергә әҙер. Махсус бокстар инфекция ҡоторған илдәрҙән ҡайтҡан, әммә төрлө сәбәптәр арҡаһында карантинда өйҙә ултыра алмаған сәләмәт кешеләр өсөн генә тәғәйен. Обсерваторҙа йәшәү һәм туҡланыу бушлай.
Бер талап — карантинға ябылған кеше 14 көн дауамында бүлмәнән сыҡмаҫҡа, башҡалар менән аралашмаҫҡа тейеш. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, республикала әле коронавирус менән сирләүселәр юҡ. Башҡортостан дауаханаларында был вирусты йоҡтороуҙа шикләнеп 4 тиҫтәнән ашыу пациент ята, уларҙың алтыһы – балалар.
Хәүефле сиргә тикшереү өс тапҡыр – дауаханаға эләккән көндә, өсөнсө һәм унынсы көнөнә алына. Бындай пациенттарға табиптар махсус костюмда ғына инә.Мәктәптәрҙә әлегә коронавирус сәбәпле карантин иғлан ителмәй. Киләһе аҙнала уҡыусылар каникулға китә. Талап ителһә, ялды оҙайтыу мөмкинлеге ҡарала.
Әлегә, уҡыусылар кабинеттан кабинетҡа күсеп йөрөмәй, бер бүлмәлә генә уҡырға тейеш. Юғары белем биреү йорттары дистанцион уҡыуға күсә. Был хаҡта Хөкүмәттәге брифингта әйтелде. Башҡортостанда коронавирусты иҫкәртеүгә йүнәлтелгән етди саралар күрелә. Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан тәүлеке әйләнәһенә эшләгән ҡыҙыу бәйләнеш булдырылған.
286-58-27 телефоны аша сиргә ҡағылышлы бөтә һорауҙарға белгестәр яуап бирә. Унан тыш, Һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында вирусҡа бәйле бөтә мәғлүмәтте табырға мәмкин. Максим Забелин әйтеүенсә, Башҡортостанға яҡын арала ҙур партия һаҡланыу саралары ҡайтарыласаҡ. Әлегә ҡала дарыуханаларында улар юҡ тиерлек.
Башҡортостанда коронавирус тураһында ялған мәғлүмәт таратыусыларға ҡарата етди саралар күреләсәк. Республика етәксеһе Радий Хәбиров сир тураһында тулы һәм теүәл мәғлүмәт бирергә саҡырҙы.Коронавирус таралыу хәүефен кәметеү маҡстанда республикала ҙур күләмле саралар ойоштороу тыйылды, хеҙмәткәрҙәрҙең сит ил сәфәрҙәре кисектерелде.
Шулай ҙа, хәүефләнергә кәрәкмәй, иң мөһиме, һаҡлыҡ сараларын иҫтә тотоу хәйерле. Йоғошло сирҙән дезинфекция саралары менән бер рәттән, һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан төҙөлгән тәҡдимдәрҙе теүәл үтәргә, үҙ-аллы дауаланмаҫҡа, вирусҡа оҡшаш билдәләр барлыҡҡа килеү менән табипҡа мөрәжәғәт итергә кәңәш итә белгестәр.