Өфөлә “АгроКомплекс” күргәҙмәһе асылды

Тулыраҡ: Өфөлә “АгроКомплекс” күргәҙмәһе асылды

Коронавирус хәүефе сәбәпле сит ил компаниялары Өфөләге Агросәнәғәт форумына килмәне. Мәртәбәле йыйын һәм күргәҙмәлә уларҙың Рәсәй төбәктәрендәге вәкилдәре ҡатнаша. Донъяла йоғошло сир таралыуын иҫкәртеү шарттарында “АгроКомплекс” күргәҙмәһе лә асылды. Халыҡ-ара форум барышын беҙҙең хәбәрселәр күҙәтә.

Тән температураһын асыҡлаусы ҡоролма, антисептик, битлектәр. Барыһы ла Аграр сәнәғәт халыҡ-ара форумында ҡатнашыусыларҙың именлеге хаҡына. Көтөлмәгән шарттарға ҡарамаҫтан, тармаҡта эшләгән 350 төрлө предприятие һәм ойошма вәкилдәре Өфөлә йыйылды. Агрокомплекс күргәҙмәһе беренсе тапҡыр теүәл 30 йыл үткән.

Тәүҙә кесе төбәк экспозицияһы бөгөн власть, фән, бизнес һәм аграрийҙар араһында файҙалы фекер алышыуҙар өсөн ҡеүәтле майҙанға әүерелде. Сарала эре агрохолдингтарҙан башлап ауыл хужалығында мәшғүл урта һәм кесе предприятиелар ҡатнаша. Күргәҙмә улар өсөн тауар танытыу ғына түгел, эшлекле бәйләнештәр ҡороу сараһы.

Республиканың ауыл хужалығы министрлығы күргәҙмә сиктәрендә тармаҡ бәйгеләре үткәрә.Халыҡ-ара АгроКомплекс күргәҙмәһенең үҙенсәлектәренең береһе – урындағы фермер һәм ауыл хужалығы кооперативтары йәрминкәһе. Бында тауар етештереүселәр эшҡыуарҙар һәм ритейлерҙар менән килешеү төҙөһә, килгән ҡунаҡтар Башҡортостанда әҙерләнгән саф һәм файҙалы ризыҡ тәмләп ҡарай ала.

Ҡаҡланған ҡаҙ хәҙер Рәсәй төбәктәрен урап Ҡаҙағстан тәмлетамаҡтары өҫтәленә барып еткән. Бынан 10-15 йыл элек эшләй башлаған предприятие бөгөн 50 төр аҙыҡты 500 сауҙа нөктәһендә һата. Башҡорт балы менән умартасылыҡ тауарҙары ла донъяның 20 илендә ҙур ихтыяждан файҙалана.

Республика апитерапия үҙәге быйыл йәнә ике күләмле килешеүгә иҫәп тота.Аграр сәнәғәт компексын үҙгәртеүҙең глобаль йүнәлештәре иһә форумдың пленар өлөшөндә билдәләнә. Белгестәр һөт етештереү тармағын үҫтереү, цифралы экосистемалар, ауыл хужалығын техник һәм технологик яҡтан яңыртыу тураһында фекер алыша.

Башҡортостан Хөкүмәте Рәсәй агролизинг компанияһы менән ауыл хужалығы техникаһын яңыртыуға йүнәлтелгән килешеү төҙөнө. Башҡортостанда үткән һәр күләмле форумда республикала яңы производство асыу матур йолаға әйләнеп бара. Аграр сәнәғәт форумы сиктәрендә Ҡалтасы районындағы “Победа” хужалығының малсылыҡ комплексында һөт һауыу ҡоролмаһы тантаналы сафҡа индерелде. Яңы производствоға Радий Хәбиров старт бирҙе.