Заманса комплекс

Тулыраҡ: Заманса комплекс

Ҡалтасы районында асылған малсылыҡ комплексы Башҡортостандың төнъяҡ-көнбайышында иң ҙурҙарҙан һанала. Бында һәр бер һыйырҙан 30 литр һөт һауырға планлаштыралар. Ошондай күрһәткестәргә йыл аҙағына сығырға иҫәп тоталар. Комплекста әле 40-ған кеше эшләй, тулы ҡеүәткә индерелһә, хеҙмәт урындары 100-гә етәсәк.

Нәилә Солтанова яңы ғына һауынсы булып эшләй башлаған. Уның һыйыр һауыу тәжрибәһе ҙур булһа ла, хәҙерге мөмкинлектәр менән эшләргә лә эшләргә, ти һауынсы.Ҡалтасы районында асылған малсылыҡ комплексы республиканың төнъяҡ-көнбайышында иң ҙурҙарҙың береһе.

Төбәк етәксеһе быға тиклем дә Победа хужалығының эшмәкәрлеге менән танышып киткәйне. Малсылыҡ комплексы 1 йыл эсендә төҙөлә. 2019 йылдың ноябрендә голштин тоҡомло беренсе таналар ҡайтарыла. Хәҙер уларҙың һаны 1 меңгә яҡынлаша. Ә комплекс 1 мең 200-ҙән ашыу башҡа иҫәпләнгән.

Мал табибтары таналарҙы тәүлек әйләнәһенә күҙәтә. Сөнки, һәүкәштәр быҙаулай башлаған. Бында әле көнөнә 5-6 быҙау алып торалар. Был иһә көндән көн һауымды ла артыра. Ике айлыҡ быҙауҙар бына ошондай пластик өйҙә аҫырала. Тышта һыуыҡ булыуға ҡарамаҫтан улар өшөмәй.

Был быҙауҙы Панда тип атағандар, сөнки ул төҫө менән пандаға оҡшаған.Эре предприятиелар төбәктең социаль-иҡтисади үҫешендә ҙур роль уйнай. Малсылыҡ комплексы тулыһынса продукция бирә башлаһа, район бюджеты йылына 3 миллион һумлыҡ һалым менән тулыланыр, тип көтөлә.

Был кешеләрҙе хеҙмәт хаҡы, башҡа социаль түләүҙәр менән тәьмин итеү тигәнде аңлата.Ҡалтасылар йыл аҙағына тиклем малсылыҡ комплексының дүртенсе аҙбарын сафҡа индерергә ниәтләй. Әле бында төҙөлөш эштәре бара. Һуңғы осорҙа Башҡортостан етәкселеге ауыл хужалығына ҙур иғтибар бүлә.

Йүнселдәргә субсидиялар бүленә, техника һәм мал һатып алған фермерҙарға ярҙам күрһәтелә — киткән сығымдарының бер өлөшөн дәүләт ҡаплай. Февраль айында ғына, мәҫәлән, Әбйәлил районында Башҡортостанда тиңе булмаған роботлаштырылған малсылыҡ комплексы асылды.