Еңеү эшелоны Өфө аша үтәсәк

Тулыраҡ: Еңеү эшелоны Өфө аша үтәсәк

Акцияны үткәреүҙә ярҙам күрһәтеүҙе һорап Үҙәк хәрби округы командованиеһы республика башлығына мөрәжәғәт итте.Ул 24 апрелдә Иркутск ҡалаһында башлана һәм 8 майҙа Екатеринбург ҡалаһында тамамлана. Өфөгә эшелон 1 май иртәнге 11-се 10 минутҡа килеп етергә, 5 сәғәт 52 минут торғандан һуң, көндөҙгө сәғәт 5-се 2 минутта ҡуҙғалырға тейеш.

Хәрби эшелон составында 18 вагон: 4 пассажир вагоны, 4 багаж вагоны, хәрби техниканың тарихи өлгөләре өсөн 6 платформа, платформа-сәхнә, музей һәм медицина тәьминәте өсөн 2 ябыҡ вагон, вагон-ресторан. Башҡортостан ил азатлығы өсөн көрәшкә 700 меңгә яҡын ул һәм ҡыҙҙарын оҙата. Уларҙың һәр икенсеһе тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайтмай. Күрһәткән батырлыҡтары өсөн республиканан 278 яугир Советар Союзы геройы, ә 35 кеше Дан орденының тулы кавалеры исеменә лайыҡ була.