Ҡыш йылы булыу сәбәпле улар йоҡоһоҙлоҡтан яфаланһа ла, үҙҙәрен яҡшы тоя. Тайыштабандарҙың һаны ла артҡан. Балалары ғинуар айында уҡ донъяға килһә лә, өңдәренән әлегә сыҡмаған. Настя ҡушаматлы айыу, бигерәк тә, татлы ризыҡтар ярата, ти вольер хеҙмәткәрҙәре.
Оҫта итеп ашарға ла өйрәнеп алған, шәкәр киҫәген ырғытмаҫ элек тәмлетамаҡ ауыҙын асып әҙерләнеп үк тора.Радик Шакиров ошо рәүешле алдаштырып, айыуҙы балаларын күрһәтергә өгөтләй. Улар ғинуар айҙарында уҡ донъяға килһә лә, көндәр йылытҡас ҡына, инә айыу бәләкәстәрен өңөнән алып сыға.
Кескәй тайыштабандарҙың тауыштары ишетелде, үҙҙерен генә күрмәнек әле, ти Радик. Был көндө хужалыҡта түҙемһеҙләнеп көтәләр. Улар әйтеүенсә, иң ҡыҙығы айыу балаларының тәүге аҙымдарын күҙәтеү. Ҡышҡы йоҡонан уянған айыуҙарға әле күп ризыҡ кәрәк. Йәнлектәр ике-өс аҙнан ғына үҙҙәренең ғәҙәти йәшәү рәүешенә инә.
Ғөмүмән, ҡыш йылы булыу арҡаһында тайыштабандар йоҡоһоҙлоҡтан интеккән, өңдәренән сығып, йыш ҡына тышта йөрөнөләр, өҫтәүенә, иртә уяндылар, ти вольер хеҙмәткәрҙәре. Вольерҙағы ете айыуҙың берәүһе генә ата. Потапыч ҡушаматлы тайыштабан үҙе теләгән айыубикә янында көнөн үткәрә.
Шулай уҡ, хужалыҡта башҡа йәнлектәр ҙә күп: ҡабандар, ҡуштояҡлылар, төлкөләр һәм бүреләр. Уларҙың һәр ҡайһыһы ашатыуҙан тыш, яҡшы мөнәсәбәт һәм һөйөүгә мохтаж, ти 14 йылдан ашыу вольерҙа эшләгән Радик Шакиров. Осраҡлы рәүештә генә бында эләкһә лә, хәҙер йәнлектәрһеҙ ғүмерен күҙ алдына ла килтермәй егет.
Ҡалала йәшәүселәр ҙә тәбиғәткә, йәнлектәргә ынтыла. Бигерәк тә, ата-әсәләр йыш ҡына балаларын бына алып килә. Хайуандарҙы китаптағы һүрәттәрҙән генә түгел, ә үҙ күҙҙәре менән күреп, яҡындан танышыу кескәйҙәрҙең үҫешенә ыңғай йоғонто яһай, ти әсәләр. Хайуандарҙы яҡындан күрергә теләүселәр Өфөнөң Урмансылар паркына килә ала.
Балалар һөм өлкәндәр өсөн махсус экскурсиялар ҙа ойошторола. Ғәҙәттә, вольерға килеүселәр хайуандарҙы ашатырға теләп, үҙҙәре менән ризыҡ алып килә. Әммә күп осраҡта был аҙыҡ йәнлектәргә барып етмәй, ситлек менән ҡойма араһында ятып ҡала. Әлбиттә, йыртҡыс хайуандарға яҡын бармау хәйерлерәк, әммә ишәк менән кәзә-һарыҡтарҙы ҡулдан ашатып ҡарарға рөхсәт иттеләр.