22 апрель-тауыш биреү көнө

Тулыраҡ: 22 апрель-тауыш биреү көнө

Рәсәй Президенты Владимир Путин «Рәсәй Федерацияһы Конституцияһына үҙгәрештәр буйынса тауыш биреү көнөн 22 апрелгә билдәләне. Был дата шаршамбыға тура килгәнлектән, тауыш биреү көнө ял тип иҫәпләнә. Мөһим документты Дәүләт Думаһына ил президенты Владимир Путин 20 ғинуарҙа индерҙе.

Дәүләт Думаһы закон проектын 23 ғинуарҙа беренсе уҡыуҙа ҡабул итте. Федерация Советының Конституция ҡануниәте һәм дәүләт төҙөлөшө буйынса комитеты рәйесе Андрей Клишас һүҙҙәренсә, ил халҡы хуплаған осраҡта, Төп законға үҙгәрештәр шунда уҡ үҙ көсөнә инә. Тауыш биреү эпидемиологик хәлгә бәйле буласаҡ.