Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында тулы әҙерлек режимын индерҙе. Уның сиктәрендә штабтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе ойошторола, тирә-яҡ мөхит торошона контроль көсәйтелә, республикаға килеүселәр ентекләп тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү буйынса ашығыс саралар күрелә.
Республика етәксеһе был турала инфекцияны иҫкәртеү буйынса оператив штаб ултырышында белдерҙе. Тулы әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу ҡурҡынысы булғанда индерелә. Башҡортостанда короновирус менән сирләүселәр теркәлмәгән. Әммә, донъяла һәм Рәсәйҙә сир көндән көн яңы төбәктәрҙә тарала.
Мәҫәлән, 18-се мартҡа алынған мәғлүмәттәр буйынса, короновирус илдең 40 өлкәһендә асыҡланған.Юғары әҙерлек режимында оператив штаб тәүлек әйләнәһенә эшләү тәртибенә күсте. Республикаға килеүселәрҙең барыһы ла короновирусҡа тикшерелә. Ғәҙәттән тыш хәлде булдырмау, артабан үҫтермәү һәм киҫәтеү буйынса саралар күрелә.
Радий Хәбиров ҡул ҡуйған бойороҡҡа ярашлы, балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә белем биреү һәм башҡа социаль учреждениеларҙа карантин индерелә. Йәғни, кешеләрҙе объекттарға индереү сикләнә, эстә көн һайын дезинфекция саралары күрелә.
Мәктәп каникулдары 23 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итә. Кәрәк булһа, тағы ла оҙайтыла йә ситтән тороп уҡыу режимына күсерелә. Бының өсөн мәктәптәр техник һәм методик яҡтан әҙер булырға тейеш.Балалар баҡсалары эшләйәсәк, мәҙәни учреждениеларҙа ла тамашалар күрһәтеләсәк.
Спорт секциялары эшен дауам итә. Әммә, балалар араһында тымау тейҙереүселәр була ҡалһа, улар шунда уҡ ябыласаҡ. Сит илдән ҡайтҡан ватандаштарыбыҙға төп иғтибар. Сөнки, әлегә тап сит дәүләттәрҙән был сир индерелә. Яҡташтарыбыҙ ҡайтыуҙары хаҡында хәбәр итергә бурыслы.
Короновирусты иртә стадияла асыҡлау бурысы ҡуйыла. Сирлеләр менән эшләгән табиптар, хоҡуҡ һаҡсылары һәм башҡа оператив хеҙмәттәр тәү сиратта маскалар менән тәьмин ителергә тейеш. Бынан тыш, уларға хеҙмәт хаҡын арттырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров хөкүмәткә был һорауҙы тикшерергә ҡушты.
Маскаларға килгәндә, Башфармация дарыуханаларында улар бар. Компания көн һайын күп ҡулланылыштағы 3 мең масканы һатыуға сығарып тора. Эсендә 3 маска булған ҡаптың хаҡы сама менән 70 һум торасаҡ, тип күҙаллана. Төп иғтибар республикалағы хәлде күҙәтеүгә лә йүнәлтелә.
Шуныһы көн кеүек асыҡ. Башҡортостанда аҙыҡ-түлек дефициты булмаясаҡ. Сөнки, беҙҙә етерлек продукция тупланған. Бынан тыш, республика нисек кенә булмаһын ризыҡ менән үҙ-үҙен тәьмин итә ала.Короновирус асыҡланған осраҡта оператив штаб шунда уҡ әҙер булырға һәм сирлене дауалау буйынса саралар күрергә тейеш.
Ә район һәм ҡала хакимиәттәре башлыҡтарына үҙ биләмәлерәнән рөхсәтһеҙ сығып йөрөргә тыйылды. Радий Хәбиров Башҡортостан хөкүмәтенә башлыҡтарҙы буштан бушҡа ҡаңғыртмаҫҡа ҡушты. Ә кәңәшмә, ултырыштар видеоконференция форматында уҙғарыласаҡ. Төп маҡсат – короновирусты иҫкәртеү һәм таралыуына юл ҡуймау.