Шулай итеп, Республикала күмәк халыҡ ҡатнашлығындағы 250-н ашыу сара сикләнә. Күптәр сит ил сәфәрҙәрен кисектереп торһа ла артыҡ булмаҫ. Был коронавирустан һаҡланыу кәрәк. Бындай видеояҙмалар хәҙер интернет тулы. Берәүҙәр ҡара бойҙай һәм көнкүреш кәрәк-яраҡтары етерлек тиһә, икенселәре иһә, киреһенсә, магазин кәштәләренең бер нисә көн эсендә буш булыуына аптырай.
Был, әлбиттә, Рәсәйгә лә килеп еткән короновирусҡа бәйле. Аҙыҡ-түлектән тыш, халыҡ дарыуханаларҙа битлектәрҙең булмауына ла зарлана.Рәсәйҙә әле, яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, кәм тигәндә 114 кеше короновирус йоҡторған. Инфекция 40 төбәктә асыҡланған, ти белгестәр. Әле 114 кешенең бишәүһе һауыҡҡан, ә ҡалған 109-ы стационарҙа табиптар күҙәтеүе аҫтында.
Ә Башҡортостанда иһә 48 кеше короновирус шиге сәбәпле дарыуханаға һалынған, шуларҙың 8 балалар. Йоғошло сир асыҡланған осраҡтар юҡ. Республика башлығы Радий Хәбиров яңы короновирус инфекцияһына бәйле ҡарарҙың 20 апрелгә тиклем ҡулланышта буласағын белдерҙе.
Короновирустан һаҡланыу саралары хаҡында Хөкүмәттәге брифингта ла һүҙ барҙы. Һаулыҡ һаҡлау министры дарыуханаларҙа медицина битлектәре етешмәү сәбәптәрен атаны. Максим Забелин һүҙҙәренә ҡарағанда ошондай уҡ хәл илдең бөтә төбәктәрендә тиерлек күҙәтелә. Башҡортостанға әле 15 мең медицина битлеге килтерелгән.
Шулай уҡ тиҙҙән бер нисә тапҡыр ҡулланышлы битлектәр һатыла башлаясаҡ.Ошо арала сит илдә ялда булған Башҡортостан кешеләре республикаға ҡайтарыла. Әле 3 меңдән ашыу Башҡортостан ватандашы сит илдәрҙә ҡалған. Улар өсөн махсус рейстар булдырылған. Бынан тыш, 18 марттан 1 майға тиклем сит ил һәм гражданлығы булмаусыларҙы Рәсәйгә индереү, шулай уҡ май аҙағына тиклем сит илгә сығыу тыйыла.
Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, короновирус 2019-сы йылдың декабрендә Ҡытайҙа Ухань ҡалаһында башланғайны. Әле яҡынса мәғлүмәттәр буйынса, бөтә илдә бөтәһе 190 мең кеше короновирус йоҡторған, шуларҙың 7 меңдән ашыуы һәләк булған. Белгестәр, ҡулдарҙы һәр ваҡыт йыуырға, кеше күп булған урында йөрөмәҫкә һәм иммунитетты күтәртергә кәңәш итә.
Сиргә ҡағылышты һорауҙар булған осраҡта 286-58-27 телефон һандарына шылтыратып яуап алырға була. Бынан тыш, һаулыҡ һаҡлау министрлығының рәсми сайтында вирусҡа бәйле бөтә мәғлүмәтте табырға мөмкин.