Башҡортостан башлығы Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны

Тулыраҡ: Башҡортостан башлығы Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны

Башҡортостан башлығы Радий Хәбиров Өфөнөң 4-се инфекция дауаханаһының корпустарын ҡараны һәм короновирусҡа шикле кешеләрҙе ҡабул итәсәк боксттарҙың әҙерлеген тикшерҙе. Реанимация бүлеге бинаһы 1914 йылда уҡ төҙөлгән һәм пациенттарҙы ҡабул итергә урындар етмәй.

Радий Хәбиров билдәләүенсә, республика яңы дауахананың проектын әҙерләй. Башҡортостан белгестәре заманса комплекстар төҙөү буйынса Мәскәү коллегаларының тәжрибәһен өйрәнә. Яңы медицина учреждениеһын ҡыҫҡа ваҡыт эсендә төҙөргә йыйыналар.