Республикала “Иң айыҡ ауыл” исеме аталды

Тулыраҡ: Республикала “Иң айыҡ ауыл” исеме аталды

Быйылғы конкурста башҡортостандың 49 районынан биләмәләр ҡатнашҡайны. Финал өлөшөнә иһә 15 ауыл уҙҙы. Сараның йомғаҡлау өлөшөн киң күләмле итеп уҙғармауҙың сәбәбе – короновирус таралыу.

Шуға ҡарамаҫтан, Хөкүмәт йортонда финалға сыҡҡан ауылдарҙы билдәләү тантаналы шарттарҙа үтте. Ярыштың төп бүләге 500 мең һум күләмендәге сертификат Ейәнсуралағы Башҡорт Үргене ауылына тапшырылды.

Икенсе урында Баймаҡтың Йылым ауылы вәкилдере. Уларға 250 мең һум бирелә. Ә өсөнсө урын һәм 150 мең һум күләмендәге премияны Асҡын районындағы Ҡарткиҫәк ауылы яуланы.