Уҡыусыларға күсмә стомотология комплекстары ярҙамға килә

Тулыраҡ: Уҡыусыларға күсмә стомотология комплекстары ярҙамға килә

Башҡортостан – мәктәп стоматологияһын үҫтереү буйынса алдынғы төбәктәрҙең береһенә әйләнде. Әйтәйек, быйыл республикала 61 мәктәп стоматология кабинетын асыу планлаштырыла. Ул ғына түгел, мәктәп балаларына күсмә стомотология комплекстары ла ярҙамға килә.

Был юлы теш табиптары Рәми Ғәрипов исемендәге башҡорт гимназия-интернаты уҡыусыларын ҡабул итте. Көнөнә 20-гә яҡын баланың теше дауалана. Күсмә бригадаһы дүшәмбенән йомаға тиклем эшләй. Теш кариесы, периодонтит, пульпит, стоматит – иң киң таралған сирҙәр иҫәпләнә. Уларҙы ваҡытында дауалау мөһим.

Рәми Ғәрипов исемендәге башҡорт гимназия-интернатының стомотология кабинетында уҡыусылар йыл дауамында тикшереү үтә. Әммә бер стоматолог бар балаларҙың да тештәрен дауалап бөтә алмай. Күсмә стоматология комплексы был гимназияла икенсе тапҡыр балаларҙы ҡабул итә.

Беренсе көндә генә 17 баланың теше дауаланған. 5 көн эсендә иһә 60-тан ашыу уҡыусыны дауалау ҡарала.Мобиль модульда белгес һәм пациент өсөн уңайлы шарттар тыуҙырылған. Рентген эшләтергә, күрһәтмә буйынса ауыҙ ҡыушлығының онкология сирҙәрен асыҡлау өсөн тикшереү үткәрергә мөмкин.

Күсмә стоматология модуле “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә ойошторолған. Республика стоматология поликлиникаһының белгестәр бригадаһы балаларҙы һәм өлкәндәрҙе лә дауалай, мәктәптәрҙән тыш райондарға ла сыға. Стомотологтар шулай уҡ профилактика сараларын да башҡара. Уҡыусылар араһында тештәрҙе һаҡлау дәрестәрен үткәрә.