Маҡтаулы исемдәр бирелде

Тулыраҡ: Маҡтаулы исемдәр бирелде

Ауыл хужалығы министрлығының колонналар залында Башҡортостандың атҡаҙанған торлаҡ-коммунал хужалығы хеҙмәткәре, атҡаҙанған энергетигы һәм почет билдәһе менән тармаҡта оҙаҡ йылдар эшләгән 30-ҙан артыҡ хеҙмәткәр бүләкләнде.Беҙҙең ҡалалар Рәсәйҙә иң таҙаһы, иң йәшеле һәм йәшәү өсөн иң уңайлыһы буласаҡ, бары һеҙҙең тырышлыҡ менән беҙ маҡсаттарыбыҙға өлгәшәсәкбеҙ, тине Радий Хәбиров.

Төбәк етәксеһе торлаҡ-коммуналь хужалығы хеҙмәткәрҙәрен һөнәри байрамдары менән ҡотланы һәм дәүләт наградалары тапшырҙы. Көнкүрештәге именлек, таҙалыҡ һәм башҡа уңайлыҡтар тап уларҙың фиҙаҡәр хеҙмәтенә бәйле. Башҡарған эшең үҙеңә лә тирә-яҡтағыларға бары ҡыуаныс килтерегә тейеш тине, электрик һөнәренә 48 йыл ғүмерен бағышлаған Фәнил Фазлыев.