Башҡортостанда короновирус менән сирләүселәр теркәлмәгән. Әммә, донъяла сир көндән көн яңы төбәктәрҙә тарала. Шуға ла Республикаға килеүселәрҙең барыһы ла короновирусҡа тикшерелә. Ғәҙәттән тыш хәлде булдырмау, артабан үҫтермәү һәм иҫкәртеү буйынса саралар күрелә.
Балалар баҡсаларында, мәктәптәрҙә, юғары уҡыу йорттарында, өҫтәмә белем биреү һәм башҡа социаль учреждениеларҙа карантин индерелә. Мәктәптәрҙә каникулдар 23 марттан 6 апрелгә тиклем дауам итә. Кәрәк булһа, тағы ла оҙайтылыуы ихтимал. Республикала короновирусты иртә стадияла асыҡлау бурысы ҡуйыла.
Сирлеләр менән эшләгән табиптар, хоҡуҡ һаҡсылары һәм башҡа оператив хеҙмәттәр тәү сиратта маскалар менән тәьмин ителергә тейеш. Бынан тыш, уларға хеҙмәт хаҡын арттырыу мәсьәләһе өйрәнелә. Республика башлығы Радий Хәбиров коронавирус инфекцияһының таралыу ихтималлығын иҫкәртеү маҡсатында тулы әҙерлек режимын индергәйне.
Уның сиктәрендә штабтың тәүлек әйләнәһенә эшләүе ойошторола, тирә-яҡ мөхит торошона контроль көсәйтелә, республикаға килеүселәр ентекләп тикшерелә, ғәҙәттән тыш хәлде иҫкәртеү буйынса ашығыс саралар күрелә. Тулы әҙерлек режимы ғәҙәттән тыш хәл килеп сығыу ҡурҡынысы булғанда индерелә.