Бөгөн Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө билдәләнә

Тулыраҡ: Бөгөн Бөтә донъя ауыҙ ҡыуышлығы сәләмәтлеге көнө билдәләнә

Республикала йыл һайын балалар клиник дауаханаһында яңаҡ-йөҙ патологияһы булған 900-ҙән ашыу балаға табиптар йылмайыу бүләк итә. Операциянан һуң пациент үҙен яҡшы тоя, тип билдәләй табиптар. Операция өҫтәлендә ун йәшлек ҡыҙ. Ул, ҡыҙғанысҡа ҡаршы, яңаҡ-йөҙ кәмселеге менән тыуған.

Ирен-аңҡау дефекты булған балаларға операция күпселек осраҡта өс өлөштә уҙғарыла. Иң беренсе операцияны табиптар был пациентҡа ни бары алты ай булғанда, икенсеһен иһә ике йәшен уҙғас эшләгән. Ә был һуңғыһы, йәғни, өсөнсө операция пластика тип атала.Операция 40-45 минут уҙғарыла.

Пациент иҫенә килгәс, уны үҙ бүлмәһенә алып баралар. Медицина тикшереүҙәре баланың хәленә ҡарап үткәрелә, ти табиптар. Операциянан ике сәғәт самаһы ваҡыт уҙғас, пациент ашай һәм эсә аласаҡ. Табиптар операциянан һуң һәр бала үҙен яҡшы тоя, тип билдәләй. Дауаханала пациент табиптар күҙәтеүе аҫтында кәмендә 5-7 көн ята.

Республика балалар клиник дауаханаһында бер көн эсендә ирен-аңҡау дефекты булған 6-7, ә йылына 900-н ашыу балаға хирургтар йылмайыу бүләк итә. Билдәле булыуынса, яңаҡ-йөҙ кәмселеге менән тыуған балалар йүнләп ашай ҙа, тиҫтерҙәре менән дөрөҫ итеп һөйләшә лә алмай. Шуға ла операцияны ваҡытында эшләтергә кәңәш итә табиптар.