Башҡортостандың Мәғариф һәм фән министрлығы ваҡытынан алда тапшырыу осоронда ҡатнашырға теләгәндәр өсөн урта дөйөм белем биреү программалары буйынса дәүләт сығарылыш имтиханын һәм берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу ваҡытының күсерелеүе тураһында хәбәр итә.Улар имтихандарҙы быйылғы сығарылыш уҡыусылары менән бер ваҡытта — 25 майҙан 29 июнгә тиклем тапшыра.
Дәүләт йомғаҡлау аттестацияһының төп осоро тап ошо ваҡытҡа тура килә. Ваҡытынан алда һынау тотоу этабын 20 марттан 13 апрелгә тиклем үткәрергә тип билдәләнгәйне. Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, Башҡортостанда берҙәм дәүләт имтиханын уҙғарыу буйынса «ҡыҙыу бәйләнеш» эшләй.Телефон: 8 (347) 218-03-81, 218-03-28.