Был ҡағиҙә тик медицина университетының 5-6-сы курс студенттарына ҡағылмай. Улар клиникала ғәмәли күнегеүҙәр аласаҡ. Ректорҙар советы менән осрашыуҙа Республика башлығы хакимиәте етәксеһе Александр Сидякин хөкүмәт яғынан талап ителһә, ярҙам буласаҡ, тип белдерҙе. Башкортостандағы 7 юғары уҡыу йорто үҙ мөмкинлектәрен тулыһынса файҙаланасаҡ.
Ректорҙар советы рәйесе Салауат Сәғитов белдереүенсә, ситтән тороп уҡыу өсөн бәйләнеш төрҙәренең һәр ҡайһыһы ҡулланыласаҡ. Студенттар иһә был осорға тыуған яҡтарына юллана. Дистанцион уҡыу ваҡытының оҙайлығын ВУЗдар үҙ ҡарамағында ҡалдыра. Ректорҙар советы вәкилдәре менән осрашыуҙа шулай уҡ Өфөлә Евразия фәнни-белем үҙәге булдырыу һәм башҡа көнүҙәк мәсьәләләр тикшерелде.