Республика яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Тулыраҡ: Республика яҙғы ташҡынға әҙерләнә

Башҡаланың Өфө-Арена майҙанында махсус техниканың мөһим осорға әҙерлеге тикшерелде. Граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре халыҡты иҫкәртеү эштәрен башланы. Төп бурыс-кешеләрҙең ташҡынға әҙер булыуына һәм тыныс үткәреүенә өлгәшеү. Быйылғы яҙғы ташҡын ҡасан башлана һәм был тәбиғәт ғәрәсәтенән нимә көтөргә?

Зөһрә Бикмәтова һыу баҫыуҙың нимә икән яҡшы белә. Шуға ла йорт-ҡура именлеген ул алдан уҡ хәстәрләй башлаған. Аҙыҡ-түлек, кәрәк-яраҡтар күптән бейегерәк урынға күсерелгән. Яҙғы ташҡын Нижегородка биҫтәһендә йәшәүселәргә йыл һайын хәүеф менән янай. 84 йәшлек Рифҡәт Хөсәйеновтың ташҡын осрағына кәмәһе лә әҙер.

Һыу һорап тормай, көтмәгәндә килеп баҫа, ти оло йәштәге ир. Әле граждандарҙы һаҡлау идаралығы хеҙмәткәрҙәре халыҡҡа аңлатыу эштәре алып бара, кәрәкле телефон номерҙары менән белешмәләр тарата, бында йәшәүселәрҙең исемлеген барлай. Башлыса, оло йәштәгеләр, яңғыҙ йәшәгәндәр һәм йөклө ҡатындар иғтибар үҙәгендә.

Нижегородка биҫтәһе һыубаҫар ерҙә урынлашҡан. Белгестәр фаразлауынса, Ағиҙел норманан 8 метрҙа 30 см самаһына күтәреләсәк. Был күрһәткес Нижегородка биҫтәһендге йорттарға һыу инәсәк тигәнде аңлата.

Ташҡын башланмаһа ла, ҡала хеҙмәттәре көсәйтелгән әҙерлек режимында эшләй. Ҡарҙың ныҡ иреүе сәбәпле һәр ваҡыт һыу баҫҡан урамдарҙан ҡар сығарыла, һыу һурҙырыла. Бында нижегородка биҫтәһенең иң түбән урыны. Тап ошонда Благовар урамына бөтә ҡар һыуҙары ағып төшә.

Яҙғы ташҡын менән хәл киҫкенләшмәһен өсөн һыуҙы һурҙырыу эштәре күптән бапшҡарыла.Оло һыу менән көрәштә махсус техниканын әһәмиәте алыштырғыһыҙ. Ошо көндәрҙә башҡаланың Өфө-Арена майҙаны алдында бөтә махсус техника барланды, уның эшкә әҙерлеге тикшерелде.

Ташҡынға ҡаршы штабтарҙың эшмәкәрлеге һәм махсус техниканың торошо менән Башҡортостан Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Ирек Сәғитов та танышты. Быйыл яҙғы ташҡын ваҡытына 12 меңдәң ашыу кеше һәм 3 меңдән ашыу берәмек техника йәлеп ителәсәк. Күптәрҙең иғтибарын мобиль авиация йәлеп итте.

Был техника 2013 йылдан алып ҡотҡарыу эштәренә әүҙем йәлеп ителә. Пилотһыҙ осоу аппаратттарының өҫтөнлөклө яҡтары бихисап. Ташҡындарҙың ни тиклем кеше мөлкәте, тотош ғүмере өсөн хәүефле икәне барыһына ла мәғлүм. Быға тиклем республика тарихында көслө ташҡындар күп булған.

1998 йылдың Белорет районының Тирлән ауылындағы һыу баҫыу ғына ни тора. Сәбәпсеһе яҙғы ташҡын булмаһа ла, һыу баҫыуҙың ни тиклем ҡурҡыныс хәл икәнен йәнә берҙе хәтергә төшөрә. Һыуҙан һәм уттан бер нимә лә ҡалмай, мөлкәтте генә түгел, кеше ғүмерен дә алып китеүен оноторға ярамай.

Быйыл йылғалар ғәҙәттәгенән иртәрәк асыласаҡ, тип фаразлай белгестәр. Яҙғы ташҡындың ни тиклем көслө булыуы хаҡында һүҙ йөрөтөү әлегә иртәрәк, сөнки тәбиғәт күренештәрен алдан тулыһынса күҙаллап булмай. Яҙғы ташҡынға әҙерлек республиканың бөтә райондарында үтәсәк. Белгестәр тәбиғәттең көтөлмәгән хәленә алдан уҡ әҙерләнә башларға саҡыра.