Һуғыш ветераны тураһында ҙур иҫтәлек. Ишембай ҡалаһында йәшәүсе 12 йәшлек Тимур Нурисламов үҙенең ҡарт олатаһы тураһында видеояҙма төшөргән. Республика буйынса уҙғарылған конкурста ул беренсе урынға лайыҡ булған. Видеояҙманы үҫмер ҡартатаһы үҙе яҙып ҡалдырған дәфтәр-фотоальбомдарға таянып эшләй.
Бишенсе класста белем алыусы Тимур Нурисламов ҡартатаһының тормош юлын энәһенән ебенә тиклем белә. Әйткәндәй, Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Өлфәт Абраров был ҡалын фотоальбомды үҙе эшләгән, шуға ла үҫмер өсөн ул ҙур ҡомартҡы булып һаҡлана. Өлфәт Абрар улы тыныс холоҡло, түҙемле, бөтәһенә лә өлгө ине, тип хәтерләй уның туғандары.
Өлфәт Абрар улы Ижевск ҡалаһына уҡырға инә. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, уҡыуын тамамлап өлгөрмәй, 19 йәшендә фронтҡа алына. Ул танк пушкаһын тоҫҡаусы булып хеҙмәт итә. Һуғыш михнәттәрен ветеран бер кемгә лә һөйләмәгән, уның сер итеп һаҡланған айырым дәфтәре бар ине, ти яҡындары.
Өлфәт Абраров яҙған был көндәлек туғандары өсөн ҙур иҫтәлек булып һаҡлана. Ветеран уны “Хуш, ауылым!” тип атаған. Өлфәт Абрар улы был көндәлектә үҙенең бала сағын, биографияһын, һуғышта булған хәтирәләрҙе яҙып ҡалдырған. Өҫтәүенә, ул һәр бер тыуған ейән-ейәнсәрҙеренең тыуған ваҡытын һәм исем-шәрифтәрен дә теркәп барған.
Һуғыштан иҫән әйләнеп ҡайтҡас, ветеран өйләнеп, ете балаға ғүмер бүләк итә. Һаулығы ҡаҡшау сәбәпле, дауахана тупһаһын күп тапарға тура килә уға. Тик ниндәй ауырыу менән сирләгәнен дә туғандарына һөйләмәй, ә бары тик үҙенең дәфтәренә яҙып бара. Был хәтирәләрҙе йәнә тергеҙеү маҡсаты менән уның ейәне Тимур ҡартатаһы тураһында видеояҙма төшөрөп конкурста ҡатнаша.
Яҙманы әҙерләү өсөн ике көн ваҡыт уҙҙы, ти үҫмер. Конкурста бөтәһе 76 кеше видео ебәреп, шуларҙың егермеһе, шул иҫәптән Тимур финалға үткән. Конкурс минең өсөн мөһим түгел, ҡартатайымдың тормош юлын башҡаларға ла еткереү бурыс ине, ти ул.Бөйөк Еңеү көнө Нурисламовтар ғаиләһе өсөн айырыуса ҙур байрам. Быйыл 9 май көнө Тимур туғандары менән Мәскәүҙә үткән парадҡа барырға ниәтләй.