Башҡортостан донъяны ялмап алған пандемияға әҙер

Тулыраҡ: Башҡортостан донъяны ялмап алған пандемияға әҙер

Ауырыуҙы сикләүҙең төп юлдары тураһында республика етәксеһе Радий Хәбиров ҡатнашлығындағы кәңәшмәлә әйтелде. Башҡортостан коронавирусҡа әҙер булырға тейеш. Был ауырыу бөгөн йәки иртәгә республика биләмәләренә барыбер үтеп инәсәк. Сиргә иғтибар итмәү, йә уны бөтөнләй һанға һуҡмау алйотлоҡҡа тиң.

Әгәр Башҡортостанда ауырыусылар табыла икән, етәкселек быны йәшермәйәсәк. Ошо хаҡта Радий Хәбиров Хөкүмәттә үткән оператив кәңәшмәлә белдерҙе. Тағы бер яңылыҡ, сирлеләрҙе дауалаусы табип-инфекционистарға өҫтәмә түләүҙәр ҡарала. Башҡортостан башлығы финанстар министрлығы алдында ошондай бурыс ҡуйҙы.

Республика етәксеһе дүшәмбелә Башҡортостан халҡына махсус мөрәжәғәт яһаны. Ҡағиҙә боҙоусоларҙы яза көтә. Башҡортостан етәкселеге араһында карантинға китеүселәр бар. Исемлектә Өфө ҡалаһы хакимиәте башлығы, финанстар министры һәм Өфө районы хакимиәте башлығы бар. Һуңғы арала Башҡортостанда 15 мең ярым кеше сит илдәрҙә булып ҡайтҡан.

Сәйәхәтселәр араһынан 4 ярым проценты тейешле ҡағиҙәләргә бөтөнләй ҡолаҡ һалмаған. Радий Хәбировтың айырым бойороғона ярашлы, район-ҡалаларҙа махсус тикшереүҙәр тамамланырға тейеш. Уның һөҙөмтәләренән һуң урындарҙа тағы бер тапҡыр тикшереү көтөлә. Был юлы иһә коронавирус таралған Рәсәй субьекттарынан ҡайтыусылар сәләмәтлеге аныҡлана.

Республика дарыуханаларын медицина битлектәре менән тәьмин итеү беренсе урынға сығарыла. Ковид19 вирусы сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла йоғонто яһай. Башҡортостан хәҙер күп кенә обьекттарҙы төҙөүҙән баш тартырға мәжбүр буласаҡ. Был бюджет аҡсаларын экономиялау өсөн яһалған аҙым.

Коронавирус иҡтисад ҡына түгел, ә йәшәйештең бөтә өлкәһенә үҙ ҡағиҙәһен индерә. Мәктәптәр беренсе апрелгә тиклем яҙғы каникулдарға ябылһа, апрелдең алтыһына тиклем дистанцион уҡытыу алып барыласаҡ.Дүшәмбенән республикалағы барлыҡ колледж һәм техникумдар, университет, институттар ябыла.

Студенттар йорттарына ҡайтарылып, белем биреү дистанцион режимға күсерелә. Коронавирус арҡаһында республика халҡында ҡурҡыныс тыуғайны. Күптәр ризыҡты алдан һатып алыуҙы хуп күрҙе. Шуныһы ла бар. Башҡортостан халҡына аслыҡ янамай. Хаҡтар ҙа элекке кимәлдә ҡала.

Ковид19 вирусы сәбәпле, Башҡортостан бөтә мөмкинлектәр күрә. Республика бассейндар, кинотеатрҙарҙы тулыһынса яба. Башҡортостан, короновирус сәбәпле сит илдә ҡалған граждандарын ҡайтарыуҙы үҙ өҫтөнә ала. Пандемия менән бергә тағы ла бер мәсьәләгә иғтибар кәрәк. Ул – Башҡортостан башлығы тарафынан иғлан ителгән “таҙалыҡ көндәре”.

Тик әлегә Радий Хәбировтың һүҙенә 9 район башлығы бөтөнләй ҡолаҡ һалмаған. Республиканы короновирус ҡына түгел, ә көндәлектең башҡа хәүефһеҙ шарттары борсой. Башҡортостан бөгөн янғындар, авариялар һанын кәметеү юлдарын барлай. Ҙур ташҡынды имен уҙғарыу ҙа беренсе урынға сығарыла.

Республикала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына бағышланған сараларҙы күҙ уңынан ысҡындырмай. Короновирусҡа бәйле Башҡортостан иҡтисадтың хәле тотороҡло булһын өсөн, кесаҙнала махсус Бойороҡ донъя күрәсәк.