Республика башлығы указына ярашлы шәхси йортҡа газ индерергә теләүселәр өсөн ташлама алыусылар теҙмәһе киңәйтелде. Хәҙер инде бының өсөн милек эйәһе булыу мотлаҡ түгел. Михайловка ауылына газ селтәре 60-сы йылдарҙа уҡ ингән. Ул ауыл уртаһындағы автомобиль юлы аҫтынан үтә.
Асфальттағы ҡара шаҡмаҡтарға ҡарап кемдең яңыраҡ ҡына йортона тәбиғи яғыулыҡ индергәнен асыҡларға була. 3-сө группа инвалиды Илфат Хәмәҙиев өсөн дә зәңгәр яғыулыҡ хәҙер зәңгәр хыялдарҙа ғына түгел. Хыял менән маҡсатты бына ошо бер ҡарыш арауыҡ айыра тип көлә хужа.
Хужа йортон газ селтәренә ҡушыу мәшәҡәттәрен ноябрь аҙағында башлаған. Газ компанияһында инвалидтар өсөн ташламалар барлығын белгәс, сертификат алыуға ғариза яҙа. Йортто электр менән йылытыу өсөн айына 5 мең һум тирәһе аҡса киткән. Газ селтәренә ҡушылғас аш бүлмәһендәге баллонды ла ай һайын алыштырып борсолорға кәрәкмәйәсәк.
Илфат Хәмәҙиевҡа йортто газификациялау өсөн 130 мең тирәһе аҡса киткән. Шуның 60 меңен сертификат ярҙамында ҡаплаясаҡ. Зәңгәр яҡыулыҡ индереү өсөн 60 һәм 100 мең һумлыҡ сертификат Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына, хәрби хәрәкәттәрҙә яраланғандарға, инвалидтарға, инвалид бала тәрбиәләгән ғаиләләргә һәм күп балалыларға бирелә.
Ә 21 марттан ташлама алыусылар теҙмәһе киңәйтелде. Хәҙер сертификат алыу хоҡуғына 3 йылдан артыҡ инвалид тәрбиәләгән ғаиләләр ҙә инә.Уларҙың милексе булыуы мотлаҡ түгел. Шулай уҡ таунхаустарҙа йәшәүселәр, йәғни төҙөлөш эштәре тотҡарланған йорт хужалары ла хоҡуҡлы.
Өйгә тәбиғи газ индереү буйынса акцияла ҡатнашыу өсөн мөһим шарттарҙың береһе, йорт дөйөм селтәргә тоташтырырлыҡ техник талаптарға тап килергә тейеш. Газ менән тәьмин итеүсе компанияға барып ошо хаҡта белешкәс кенә, кәрәкле документтар менән халыҡты социаль яҡлау йә күп функциялы үҙәккә мәрәжәғәт итергә кәрәк.
Белорет районының Сосновка ауылында йәшәүсе Хөсәйеновтар ғаиләһенә һалҡын ҡышта йортто йылытырға 3-4 машина утын алдырырға кәрәк. Утын ярыу өсөн дә кеше ялларға тура килә. Сөнки был эш тыумыштын инвалид малай тәрбиәләүсе әсәнең хәленән килерлек түгел.Ә сертификат алыуға рөхсәт бирелмәй. Ташламаларға хәҙер улар ҙа дәғүә итергә тейеш. Тимәк, йортҡа зәңгәр яғыулыҡ инеү менән тормоштары ярайһы уҡ еңеләйер тигән өмөт бар.