Пандемия ваҡытында Рәсәй хөкүмәте икенсе илдәр менән авиабәйләнеште тағы ла нығыраҡ сикләргә ҡарар итте. Мостай Кәрим исемендәге Өфө аэропорты сит илдәргә рейстарҙы туҡтатты. Осоуҙар эске рейстар буйынса ғына башҡарыла. Был сара республикаға коронавирустың үтеп инеүен тотҡарлау маҡсатында башҡарыла.
Башҡортостанда юғары әҙерлек режимында профилактика сараларына айырыуса иғтибар бүленә. Ойошмалар хеҙмәткәрҙәрен дистанцион эшкә күсерә. Өфөлә йәмәғәт транспорттарын һәм туҡталыштарын дезинфекциялау эше башланды. Йорт шарттарында рәсми осрашыуҙар, скайп аша кәңәшмәләр, клиенттар менән бәйләнеш.
Айрат Ғилманов икенсе аҙна үҙ эшен дистанцион рәүештә башҡара. Егет керамогранит етештереү компанияһының Башҡортостан буйынса вәкиллегенә етәкселек итә. Күптән түгел, эш биреүсе хеҙмәткәрҙәрен алыҫтан эшләү ысулына күсергән. Хәҙер бөтә эш телефон һәм компьютер аша башҡарыла.
Рәсәйҙә коронавирус таралыу сәбәпле үҙ хеҙмәткәрҙәрен дистанцион эшләү ысулына дәүләт ҡарамағындағы ҙур ойошмалар ҙа күсерә. Ирина Вяткина Рәсәй почтаһында тауарҙар һатыу алыу эшен алып бара. Бөтә эш электрон рәүештә башҡарыла. Шуға ла эш урынын үҙ йортонда булдырған ҡатынға ваҡытлыса сара ҡатмарлыҡтар тыуҙырмай.
Барыһын да эштең онлайн форматына күсереү әлегә мөмкин түгел, ти эш биреүселәр. Шуға ла урындарҙа ҡалған хеҙмәткәрҙәргә шәхси гигиена ҡәғиҙәләрен теүәл үтәргә, эш урындарында дезинфекция үткәрергә, бүлмәләрҙе елләтергә, мотлаҡ рәүештә битлектәр кейергә ҡушыла.
Республикаға коронавирустың үтеп инеүен тотҡарлау маҡсатында, йәмәғәт транспорты туҡталыштарын дезинфекциялау эше лә башланды. Санитар эшкәртеүгә айырым кешеләр йәлеп ителде. Дезинфекция эше бер нисә этаптан үтә. Башта туҡталыштар бысраҡ, туҙандан йыуыла, һуңынан хлорланған һыу менән эшкәртелә.
Тулыһынса киптерелгәндән һуң ғына туҡталыш ҡулланыуға әҙер, тип иҫәпләнә. Яҡын арала Өфөлә бөтә йәмәғәт транспорты туҡталыштарын санитар эшкәртеү планлаштырыла. Водителдәр маршрутҡа сығырға әҙерләнә. Көндәлек әҙерлек эштәренә хәҙер автобус салонын санитар эшкәртеү ҙа өҫтәлде.
Һәр автобуста көнөнә ике тапҡыр дезинфекция үткәрелә. Ултырыу урындары, тотҡалар махсус ҡатнашма менән таҙартыла. Дезинфекциянан һуң автобус йәнә һабынлы һыу менән йыуыла. Киптереп, елләткәндән һуң ғына үҙ маршрутына сығарыла. Республикала бөтә водителдәргә һәм кеше менән эшләгән башҡа транспорт өлкәһе хеҙмәткәрҙәренә битлек кейергә ҡушылды. Медицина битлеген халыҡ күп йөрөгән урындарға сыҡҡан һәр кемгә лә кейергә кәңәш итә белгестәр.