Республика мәғариф учреждениеларында коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде

Тулыраҡ: Республика мәғариф учреждениеларында коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде

Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Дистанцион уҡыуға уҡытыусылар әҙерме? Өфө дәүләт авиация техник университетында уҡыу, ғәҙәттәгесә, план буйынса бара.

Тик хәҙер студенттар уҡытыусылары менән консультация-вебинар аша уҡыу программаларын үҙләштерә. Интернет селтәре аша уҡытыусы яңы теманы аңлата, студенттарға төрлө эштәр ҡуша һәм бер-береһе менән видеобәйләнешкә сыға ала. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы студенттары алыҫтан тороп белем ала.

Юғары уҡыу йорттары ла 16-18 марттан дистанцион уҡыуҙа. Планға ярашлы, уҡыу программаһында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй. Студенттарҙың үҙләштереү программаларына инеүе, ниндәй эштәрҙе башҡарыуы автоматик рәүештә теркәлеп бара. Был студенттың, икенсе төрлө әйткәндә, параларға йөрөүен аңлата.

Алыҫтан тороп уҡытыу нигеҙе, әлбиттә, ҡыйынлыҡтар тыуҙыра, тик был әле берҙән-бер ысул, студенттар ҡушылған программанан артта тороп ҡалырға тейеш түгел, ти уҡытыусылар. Башҡорт дәүләт университетында ла дистанцион уҡытыу системаһы әүҙем эшләп килә. Бында программа буйынса эштәр студенттарға “Бәйләнештә” сәхифәһе, вотсап аша ла ебәрелә.

Студенттарҙың ҡасан һәм нисек имтихан тапшырыу мәсьәләһе тиҙҙән хәл ителәсәк. Әйткәндәй, дистанцион белем алыу мәктәп уҡыусыларын да урам үтмәй. Билдәле булыуынса, 23 марттан 1 апрелгә тиклем мәктәптәрҙә каникулдар башланды. Ә 2 апрелдән иһә Башҡортостан мәктәптәре лә алыҫтан тороп уҡый башлай. Федераль Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса дәрестәр 30 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла.