Тәүге зарарланыусыларҙың асыҡланыуы тураһында кисә республика башлығы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә хәбәр итте. Ауырыусыларҙың өсәүһе сит илдән ҡайтҡан, ә берәүһе эш буйынса даими Мәскәүгә барып йөрөгән. Улар әле изоляцияланған. Йоғошло ауырыуҙар дауаханаһына һалынған.
Был турала Радий Хәбиров Башҡортостан парламентында журналистарға ентекләберәк һөйләне. Уның әйтеүенсә, коронавирус йоҡторған кешеләр һәм уларҙың яҡындары менән тейешле эштәр алып барыла.