Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

Тулыраҡ: Дәүләт Йыйылышы Ҡоролтайҙың 21-се ултырышы ла махсус шарттарҙа үтте

Парламент был тәртипте төбәктә коронавирус инфекцияһын иҫкәртеү сараларына ярашлы ҡабул итте. Депутаттар бер нисә төркөмгә бүленеп ултырышта төрлө залдан ҡатнашты. Залдар араһында видео-бәйләнеш урынлаштырылған. Тауыш биреү синхронлаштырылған электрон система буйынса башҡарыла.

Дәүләт Йыйылышы – ҡоролтайҙың пленар ултырышында ғәҙәттә ҡатнашҡан кешеләр һаны иң аҙ кимәлдә. Көн тәртибендә өс тиҫтәнән ашыу мәсьәлә тикшерелде. Депутаттар Республика прокурорының Башҡортостанда ҡануниәт үтәлеше тураһында белдереүен һәм Эске эштәр министрлығының 2019 йылдағы эш һөҙөмтәләре тураһындағы отчетын тыңланы. Республика парламенты ултырышында Радий Хәбиров ҡатнашты.