Әммә яҙғы баҫыу эштәренә әҙерлек һәм аҙыҡ-түлек етештереү күләмдәре кәметелмәй. Республика хөкүмәте президиумы ултырышында аграр сәнәғәт комплексы тармаҡтарын һәм ошо өлкәлә эшләгән кесе предприятеларҙы үҫтереүгә дәүләт ярҙамы күрһәтеү тәртибе раҫланды.
Субсидиялар иген үҫтереү, үҫемлек майы етештереү, емеш-еләк үҫтереү, һөт һәм ит ризыҡтары етештереү, һарыҡ үрсетеү менән шөғөлләнгән фермерҙарға һәм кесе хужалыҡтарға биреләсәк. Был маҡсатҡа федераль бюджеттан 586, республика ҡаҙнаһынан 80 миллионға яҡын аҡса бүленә.
Республикала Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығын билдәләүгә әҙерлек саралары ла планға ярашлы дауам итә. Хөкүмәт рәйесенең беренсе урынбаҫары коронавирус инфекцияһы хәүефенә бәйле карантин оҙайтылған осраҡта раҫланған планға үҙгәрештәр индереүҙе көнэлгәре хәстәрләргә ҡушты.
Әле театр һәм концерт залдарының тамашасылар ҡабул итеүе сикләнгән мәлдә Еңеү байрамы тантаналарына әҙерлек туҡтамай. Ошондай уҡ шарттарҙа муниципалитеттар “Гордимся. Помним. Чтим.” атамалы республика конкурсына әҙерләнә. Граждандарҙы илһөйәрек рухында тәрбиәләү маҡсатында ойошторолған бәйге Волга буйы федераль округының “Ватан батырҙары” йәмәғәт проктын бойомға ашырыу сиктәрендә үтәсәк.
Хөкүмәт президиумы ағзалары шулай уҡ Башҡортостанда мәғәрифты үҫтереү дәүләт программаһына үҙгәрештәр индереү тәҡдимен хупланы. Айбулат Хужин белдереүенсә был үҙгәрештәр балаларға өҫтәмә белем биреүгә ҡағыла.