Дистанцион уҡыу

Тулыраҡ: Дистанцион уҡыу

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, республика мәғариф учреждениеларында ла коронавирусҡа бәйле сикләүҙәр индерелде. Юғары уҡыу йорттары, колледж студенттары һәм мәктәп уҡыусылары дистанцион белем ала башланы. Уҡыу программалары интернет селтәре аша башҡарыла. Бөгөнгә республиканың бөтә 96 колледжы студенттары ситтән тороп белем ала.

Юғары уҡыу йорттары ла 16-18 марттан дистанцион уҡыуҙа. Планға ярашлы, уҡыу программаһында бер ниндәй ҙә үҙгәрештәр көтөлмәй. Студенттарҙың үҙләштереү программаларына инеүе, ниндәй эштәрҙе башҡарыуы автоматик рәүештә теркәлеп бара. Әйткәндәй, дистанцион белем алыу мәктәп уҡыусыларын да урап үтмәй.

Билдәле булыуынса, 23 марттан 1 апрелгә тиклем мәктәптәрҙә каникулдар. Ә 2 апрелдән иһә Башҡортостан мәктәптәре лә ситтән тороп уҡый башлай. Федераль Мәғариф һәм фән министрлығы тәҡдиме буйынса дәрестәр 30 минутҡа тиклем ҡыҫҡартыла.