Бер аҙна ял
Тулыраҡ: Бер аҙна ял
Киләһе аҙна – 30 марттан 5 апрелгә тиклем Рәсәйҙә ял көндәре тип иғлан ителә. Был сара коронавирустың таралыу тиҙлеген кәметеү йәһәтенән күрелә, тине Владимир Путин. Ил президенты халыҡҡа мөрәжәғәт итеп, барыһын да табиптарҙың һәм властарҙың кәңәштәрен иғтибарһыҙ ҡалдырмаҫҡа саҡырҙы. Шулай уҡ, 22 апрелгә тәғәйенләнгән Конституцияға төҙәтмәләр буйынса тауыш биреү көнөн һуңғараҡҡа күсерелә, тине Владимир Путин.