Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Тулыраҡ: Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола

Һуңғы мәғлүмәттәр буйынса, Башҡортостанда әле 4 кешелә коронавирус барлығы иҫбатланған. Вирус йоҡтороусылар Өфөнөң йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының айырым бокстарында изоляцияланған. Тағы ла 64 кеше коронавирусҡа шик менән тикшереү үтә. Ғөмүмән, республикала эпидемияның май-июнь айҙарында бик көслө булыуы ихтимал, шуға ла был осорҙа дауалау өсөн өҫтәмә мөмкинлектәр булдырыу маҡсаты менән Өфөлә йоғошло ауырыуҙар дауаханаһының яңы бинаһы ҡорола. Төҙөлөш майҙанында тәүге кәңәшмәне Андрей Назаров үткәрҙе.

Йоғошло сирҙәр дауаханаһы майҙандарын киңәйтеү ҡарары донъяла коронавирус инфекцияһы тиҙ тараллыу сәбәпле ашығыс ҡабул ителә. Республика башлығының төҙөүселәргә биргән етди йөкләмәһенә ярашлы бина ярты йыл эсендә файҙаланыуға тапшырылырға тейеш. Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары, коронавирус инфекцияһы таралыуҙы иҫкәртеү буйынса оператив штаб рәйесе Андрей Назаров төҙөлөштө тиҙерәк тамамлау көтөлә, тип белдерә. Дауахана өсөн урын да тап тиҙлек талаптарына бәйле һайланған. Донъялағы эпидемиологик хәл төҙөлөшкә туранан-тура йоғонто яһай.

Яңы бүлексә сирлеләрҙе күпләп ҡабул итергә иҫәпләнгән, дауаханала яңы тикшереү йыһаздары, күсмә ҡоролмалар урынлаштырыу ҡарала. Табиптар хәүефһеҙ эш урындары менән тәьмин ителәсәк. Төҙөлөш майҙанында үткән тәүге кәңәшмәлә Хөкүмәт Премьер-министрының беренсе урынбаҫары төҙөлөш ойошмаһы вәкилдәре менән аралашты. Инфекцион дауахана бинаһы тиҙ йыйылмалы ҡоролмаларҙан күтәрелә. Чесноковка ауылынан алыҫ түгел был майҙанда әле геодезия эштәре алып барыла. Проект буйынса эштәр кисекмәҫтән башлана. Эксперттар һәм белгестәр Мәскәүҙәге ошондай дауахана төҙөлөшөн бойомға ашырған хеҙмәттәштәре тәжрибәһен ҡулланырға ниәтләй.