Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Тулыраҡ: Коронавирус сәләмәтлеккә генә түгел, иҡтисадҡа ла ҙур йоғонто яһай

Пандемия сәбәпле республикала хәүефһеҙлек саралары көндән-көн көсәйтелә. Ял итеү, күңел асыу саралары кисектерелә. Кинотеатр, бассейндар ябыла, 50 кешенән артыҡ йыйылыу тыйыла. Ҡатмарлы шарттарҙа эшҡыуарҙар үҙ эшен нисек дауам итә? Павел Емельянов егерме йылдан ашыу ресторан бизнесында эшләй. Туҡланыу өлкәһендә санитар нормаларға талаптар былай ҙа юғары. Әммә, пандемия ваҡытында өҫтәмә саралар күрергә тура килә, ти ресторатор. Хеҙмәткәрҙәр өсөн эш көнө тән температураһын үлсәүҙән башлана. Һаулыҡ торошо махсус журналға теркәлеп бара.

Кеше үҙен насар тоя икән, шунда уҡ өйгә ҡайтарыла. Персоналды былай ҙа мөмкин тиклем кәметергә тура килә , ти Павел Иванович. Эш сәғәттәре ҡыҫҡартыла. Отпуск тәҡдим ителә, теләүселәр эш хаҡы һаҡланмаған ялға китә ала. Был мәжбүри сара. Сөнки коронавирус арҡаһында ресторанға килеүселәр һаны 30-40 процентҡа кәмегән, Башҡортостанда коронавирус таралыу сәбәпле кесе һәм ҙур эшҡыуарлыҡ юғалтыуҙар кисерә. Халыҡты хеҙмәтләндереү тармағы ла зыян күрә. Республикала бөтә күңел асыу саралары кисектерелде, филармония, театр, музейҙар күптән ябылды. Был исемлеккә хәҙер кинотеатрҙар ҙа индерелде. Ҙур күләмле саралар ойоштороуҙы сикләү шулай уҡ ивент, йәғни күңел асыу саралары ойоштороу агентлыҡтарына ла ҡатмарлыҡтар тыуҙырҙы.

Ҙур күләмле республика сараларын ойоштороусы Павел Барбазюк та бөтә етди проекттарын туҡтатып торорға мәжбүр. Тулыһынса әҙер 5-6 ҙур сара кисектерелгән. Әммә төшөнкөлөккә бирелмәй ойоштороусы. Иң киҫкен хәлдең дә ыңғай яғын табыу мөһим, ти ул. Күптән ваҡыт еткерә алмаған эштәргә ҡул тейҙе, ойошманың рәсми сайты яңыртыла, шәхси заказдар, онлайн форматына күсерелгән проект әҙерләнә. Республиканың бөтә бассейндары менән бер рәттән спорт клубтары, фитнес үҙәктәр ҙә үҙ эшен туҡтата. Ҡайһы бер клубтар клиенттары өсөн онлай күнекмәләр әҙерләй. Бизнес өлкәһе кешеләрен үтә лә ҡатмарлы ваҡыт көтә. Иҡдисадҡа вирус үҙе түгел, уға ҡаршы көрәш ысулдарының тәъҫире йоғонто яһаясаҡ, тип фаразлай белгестәр.

Рәсәйҙең милли банкы финанс ойошмаларға вирус ҡапҡанына эләгеп, кредиттарын түләй алмаған кешеләргә пеня һәм штраф яҙмаҫҡа кәңәш итә. Шулай уҡ эшҡыуарҙарға ҡарата ла күндәм мөнәсәбәт һорала. Хәлдең нисек булыуына ҡарап, артабан да өҫтәмә сикләү саралары күреләсәк. Халыҡҡа иһә паникаға бирелмәҫкә, үҙенең һәм яҡындарының хәүефһеҙлеген ҡайғыртыуҙы өҫтөн ҡуйырға кәңәш итә табиптар.