Республика кардиология үҙәгендә кардиохирургтар махсус ҡоролма ярҙамында йөрәккә операция эшләне. Был ҡоролманы Италия белгесе уйлап тапҡан. Эустахио Онорато урындағы хирургтар менән видеобәйләнешкә сығып, тәжрибәһе менән уртаҡлашты. Операция өҫтәлендә 58 йәшлек ир. Ул йөрәк кәмселеге менән яфалана. Республика кардиология үҙәге хирургтары пациентҡа операцияны махсус ҡоролма ярҙамында башҡара.
Бындай ысул күпкә отошло. Пациент та тиҙ һауығып китә. Ҡасандыр йөрәккә ҡуйылған яһалма клапанды мөмкин тиклем хәүефһеҙ алмаштырыу – операцияның төп шарты. Уны тормошҡа ашырыу өсөн махсус ҡоролманы Италия профессоры Эустахио Онорато уйлап тапҡан. Өфө кардиохирургтары йөрәккә операцияны төп белгес менән видеобәйләнешкә сығып бергә яһаны. Башҡа дәүләт белгестәре менән дә тәжрибә уртаҡлашыу ҙур һөҙөмтә бирә, ти улар. Италия кардиология үҙәге профессоры Эустахио Онорато Өфөгә лә бер нисә тапҡыр килеп урындағы хирургтар менән утыҙҙан ашыу кешегә яңы һулыш бүләк иткән. Операция кешенең ҡабырғаһы араһынан бәләкәй киҫем эшләп яһала.
Был йәнә ҙур үҙенсәлек булып һанала. Бер бүлмәлә операция барһа, ә икенсеһендә иһә пациенттың хәлен компьютер аша ҡарарға була. Бында уның ренгент һүрәте, ҡан тибеше һәм башҡа мәғлүмәттәрен күрергә мөмкин. Операция ике сәғәт дауам итә. Пациент операциянан һуң реанимацияға оҙатыла. Медицина тикшереүҙәре үткәс, ул өйөнә ҡайта ала. Яңы алым менән операциялар аҙна һайын тиерлек үткәрелеп тора, ти республика кардиология үҙәге баш табибы. Әйткәндәй, күрше төбәктәрҙән дә килеп йөрәккә операция эшләтеүселәр бихисап. Йөрәккә операция эшләү ҙур яуаплылыҡ һәм иғтибарлылыҡ талап итә. Махсус ҡоролмалар ярҙамында тиҙ һәм сифатлы операциялар башҡарыу медицина өлкәһенең үҫешеүен иҫбатлай.