Март айының икенсе яртыһы — баҡсасылар өсөн ҡыҙыу мәл. Ҡыяр, томат, татлы борос үҫентеләре ултыртылған да инде. Туғыҙынсы тиҫтәһен ҡыуған Анатолий Ивановичтың һәр иртәһе үҫемлектәрен тәрбиәләүҙән, улар менән һөйләшеүҙән башлана. Улар бала кеүек, кәрәкле иғтибар булмағанда, бирешеп баралар, ти тәжрибәле баҡсасы. Орлоҡтарҙы ла тәжрибәле баҡсасы үҙе әҙерләй. Үҙ ҡулдарың менән үҫтергән ҡәҙерлерәк тә, тәмлерәк тә, ти ул. Эшен аҙағынаса еткерергә өйрәнгән баҡсасы, теплицаны ла үҙе әҙерләй. Өфө районының Бурцево ауылында йәшәүсе Пестряевтарҙың яратҡан шөғөлө, хәҙер бәләкәй генә ғаилә кәсебенә әйләнгән. Ҡыш буйына йәшел һуған һатып сауҙа итә улар. Ҙур теплица хаҡындағы хыял – өс йыл элек тормошҡа ашырыла. Быға тиклем төрлө кәсеп менән шөғөләнеп ҡараныҡ, күңелгә ятманы, ти Пестряевтар.
Баҡсасылыҡ эшендә ланшафт дизайнеры булыу ҙа ярҙам итте, ти хужабикә. Йәшелсә араһынан йәшел һуғанға ҙур иғтибар бүленә. Ул талымһыҙ, ут та, һыу ҙа әллә ни күп кәрәкмәй, температураға ла тиҙ яраҡлаша. Һуғандан башҡа теплицала помидор, ҡыяр һәм декоратив сәскә, ағастар ҙа үрсетелә. Уңыш менән туған-тыумасалар менән бүлешәбеҙ, был эштә иң ҙур ярҙамсыбыҙ әсәйебеҙ, ти Владимир. Киләсәктә йәшелсә-емеш үҫтереүҙе киң йәйелдерергә ниәтләй тырыш ғаилә. Үҙ еребеҙҙә үҫкән аҙыҡ тәмле лә, файҙалы ла ти улар.